

Ҡулыма ҡырыҫ ҡына итеп яҙылған хәрби геройлаштырыу ҡағыҙы килеп эләкте. Унда Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге батальондың орудие расчетының дошман дронын осороу нөктәһен юҡ итеүе тураһында яҙылғайны. Тәү ҡарашҡа орудие өсөн әллә ниндәй батырлыҡ та талап ителмәй һымаҡ тойолдо. Бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң, был операцияға йәлеп ителгән төркөм командиры менән осрашырға тура килде. Егеттәрҙең ҡаһарманлығы хаҡында ентекләп һорашыу форсаты тейҙе.
Орудие командиры үҙен «Рабан» тип таныштырҙы. Ул – сығышы менән Архангел районынан. Әле Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәнгәнгә тиклем нефтсе булған.
– Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, дуҫтар, туғандар китә башланы. Эргәлә иптәштәр ҙә ҡалманы. Минең эш хаҡы яҡшы ине, матди ҡыйынлыҡ кисермәнем. Үҙемде фронтта кәрәкле тип тойҙом. Шуға махсус хәрби операцияға юлландым, – тип һөйләп алып китте «Рабан».
Ул «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкына эләгә. Башта Алексей Сухоруков исемендәге реактив артиллерия батареяһында хеҙмәт итә. Артиллерист һөнәрен үҙләштерә. «Град» тигән ҡеүәтле ҡоралдан дошманды юҡ итергә өйрәнә. Әммә һалдат юлы уны пехотаға алып килә. Әле ул – ғөбәйҙуллинсылар сафында, орудие командиры. Полкташымдан хәрби донесениеға нисек эләгеүе тураһында һорап ҡуйҙым.
Егет уйға батты. Шунан һөйләп алып китте: “Беҙҙең подразделение махсус хәрби операцияның Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә хеҙмәт итә. Яҙға сыҡҡас, беҙҙекеләр нығынған ергә дошмандың пилотһыҙ осоу системалары батальоны килеп урынлашты. Быны һауалағы дрондарҙың әүҙемлегенән тойҙоҡ. “Үлем ҡоштары” һәр һалдатты һағалай башланы. Окоптан башты сығарырға ла ирек бирмәйҙәр, техниканы үткәрмәйҙәр. Разведкабыҙ уларҙың дрон осороу нөктәһен асыҡланы. FPV-дрондар осороу нөктәһе беҙҙән 20 километр самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан. Командир беҙҙең расчетты саҡырып алды. «Егеттәр, командование беҙгә алға барырға бойорҙо. Һөжүмгә дошман дрондары ҡамасаулай. Штурмовиктар үтә алмай. Өҫтәүенә “ҡошсоҡтар”ы яңы быуынға ҡарай, радиойышлыҡтары юғары, РЭБ алмай, детекторҙа күренмәй. Бар өмөт һеҙҙә, шул нөктәне юҡ итмәйенсә, һөжүм тураһында оноторға кәрәк”, – тине комбат ҡырыҫ ҡына. Дрон ояһын юҡ итеү бурысы, тәү ҡарашҡа, анһат күренһә лә, әлеге шарттарҙа бик аҡыллы эш итеүҙе талап итә. Беҙҙең орудие алыҫҡа атмай. Уны алға сығарырға кәрәк. Штурм төркөмдәре үтә алмағанда беҙгә уны нисек шылдырырға? Ауырлығы 200 килограмм. Быға өҫтәп, хәрби комплект 100 килограмм самаһы. Сәпкә тейҙереү өсөн кәмендә 20 саҡрым алға барырға кәрәк. Ошондай арифметиканан баш әйләнеп китте. Башта бурыс үтәй алмаҫлыҡ булып тойолдо. Әммә дрон ояһын туҙҙырып, күпме егеттең ғүмерен ҡотҡара алабыҙ! Бер снаряд етә. Берҙе генә яҡшылап тоҫҡап атырға кәрәк. Был уй миңә тынғы бирмәне. Әмәлгә ярағандай, орудиеның төҙөлөшөн яҡшы беләм. Ул ҡулланышта бик ябай. Һүтеп, өлөшләтә алға күсерергә мөмкин. Шулай итергә ҡарар иттек. Көн дауамында ҡоралды әҙерләнек. Ҡояш байый башлағас, мәҙе күҙе төшкәс, әкренләп ҡуҙғалдыҡ. Картала күрһәтелгән урынға тиклем – теп-теүәл 20 километр. Һалдат һуҡмаҡтары буйлап, ағас-ҡыуаҡтарға ышыҡланып барҙыҡ. Төнө буйы туҡтаманыҡ. Тәбиғәт тә беҙҙең яҡлы булып сыҡты. Айлы төндә һуҡмаҡ ялтлап күренеп ята. Тынлыҡты алыҫта гөрһөлдәгән туптарҙың тауышы ғына боҙа. Дрондарҙың безелдәүе яҡшы ишетелә. Һауала әүҙемлек һиҙелеү менән боҫабыҙ. Шулай туҡтай-туҡтай төнгө саҡрымдарҙы ваҡланыҡ. Таң атыуға кәрәкле нөктәгә барып еттек. Урындағы шарттар ҙа беҙгә уңай булып сыҡты. Ташландыҡ блиндаж таптыҡ. Иңебеҙгә һалып алып килгән орудие өлөштәрен маскировкалау өсөн хатта селтәр ҙә булған бында. Тиҙ генә ҡоралды йәшерҙек тә, блиндажға инеп ҡастыҡ. Көндөҙ күренергә ярамай. Рациянан командирға доклад яһаныҡ. «Вятка», «Вятка» мин «Иңкеш», «бүләк» килеп етте, бөгөн эңер төшкәс уны йыябыҙ». “Иңкеш”, “Иңкеш”, был “Вятка” аңланым, ял итегеҙ”, - тигән команда алдыҡ. Көндө шул блиндажда уяулы-йоҡоло үткәрҙек. Беҙҙең аша дошман дрондары осто, ҡайҙалыр эргәлә снарядтар ярылды. Пулемет тыҡылдаған, автоматтан атҡан тауыштар ишетелде. “Ҡошсоҡтар” беҙҙең тирәлә уралмағас, дошман беҙҙе күрмәй. Тимәк, үҙеңде
белгертергә ярамай. Эңер төшкәнсе беҙ “өңдән” сыҡманыҡ. Сухпай менән тамаҡ ялғап алдыҡ. Тик яныбыҙҙа эсергә яраҡлы һыу ғына булмай сыҡты. “Япон” ҡушаматлы иптәшемдең фляшкаһындағы һыуҙы йотомлап ҡына бүлеп эстек. Төн йәнә айлы булып сыҡты. Маскировкалау селтәре аҫтынан ҡорал өлөштәрен сығарып, тиҙ арала уны йыйып ҡуйҙыҡ. Орудиены дошманға ҡаратып борҙоҡ. Шул уҡ селтәр менән йәшереп ҡуйҙыҡ та, тағы «оя»быҙға инеп йәшендек. “Вятка”, “Вятка”, мин – “Иңкеш”, «бүләк» әҙер”, – тип комбатка доклад яһаныҡ. ““Иңкеш”, “Иңкеш”, аңланым, команда көт”, – тигән бойороҡ килде. Таң атыуға томан төштө. Ерҙә бер нәмә лә күренмәгәс, «ҡоштар» оса алмай, тимәк, дошман дрондары әүҙем булмаясаҡ. Был яҡшы, тигән һығымтаға килдем үҙемсә. Төш етеүгә беҙҙең рация телгә килде. ““Иңкеш”, “Иңкеш” был “Вятка”ине. Нисек ишетәһең, нисек аңлайһың?”, - тип һорап ҡуйҙы штабтағы элемтәсе. ““Вятка”, “Вятка” был “Иңкеш”, һине яҡшы аңлайым һәм ишетәм”, – тинем. “Вятка” дошман нығытмаларының координаталарын бирҙе. Рация аша беҙҙең эш һөҙөмтәләрен полктың һауа разведкаһы күҙәтеүе хаҡында ла белдерҙеләр. “Япон” бирелгән координаттар буйынса орудиены сәпкә төҙәне. Егеттәр йүгертеп ҡыуаҡ төбөндә йәшерелгән боеприпасты орудиеға яһап ҡуйҙы. «Вятка»ға эшкә әҙер булыуыбыҙҙы хәбәр иттек. Теге остан: «Ут асырға!», – тигән команда яңғыраны. Мин детонаторға баҫтым. Көбәктән ялҡын тубы сығып осто. Ярһыған йөрәк үрһәләнеп тибә. Хәҙер ситкә атһаҡ, беҙҙең позиция асыҡлана. Дошмандың дрон өйөрөн осора башлауы көн кеүек асыҡ ине. Егеттәр тиҙ арала орудиены йәшереп, үҙҙәре блиндажға инеп китте. Рация нишләптер тынып ҡалды. Мин эргәлә үҫкән сәтләүек ағасы аҫтына баҫып, тәмәке тоҡандырҙым. Шул мәлдә рация шытырланы. «Иңкеш», красавчик, «бүләк» хужаһына барып етте!», – тине элемтәсе шатлығын йәшермәй. Хәрби заданиеның үтәлеүе тураһында шундуҡ иптәштәремә һөйөнсөләнем. Кемдәрҙе юҡ иткәнебеҙҙе үҙебеҙҙекеләр яғына кире сығып еткәс кенә аңланым. Дрон осороу нөктәһендә билдәле нацист батальонының көнбайышта юғары әҙерлек үткән пилотһыҙ осоу системалары взводы булып сыҡҡан. Бер аттыҡ, берәгәй аттыҡ», – тип тип йылмайҙы «Рабан».
Төркөмөнөң батырлығы тураһында һөйләгәндә “Рабан”дың тыйнаҡлығы хайран итте. Дүрт егет иңенә 300 килограмм йөк алып, 20 саҡырым юл үткән! Дошманды ояһы менән бергә юҡ итеү, унан имен-һау кире сығыу тәүәккәллек, тәрән аҡыл, ҙур ҡыйыулыҡ, таҫыллыҡ, көс һәм түҙемлек талап итә. «Был – коллектив батырлыҡ, барыһы ла үҙ эшен еренә еткереп башҡарҙы, хаталарға юл ҡуйылманы», – тип белдерҙе «Рабан».
Бына шундай ир-егеттәр илебеҙҙең яңы тарихын яҙа. Полкташтарым менән ғорурланам. Барыбыҙ ҙа ғорурланайыҡ!
Рафиҡ ӘХМӘТШИН.
Луганск Халыҡ Республикаһы,
фронттың Ҡыҙыл Лиман йүнәлеше.