Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апреля , 11:30

«Башкирская домохозяйка» операцияға барыуына үкенә

Миләүшә Шәйхисламова ошо хаҡта хәбәр итте.

«Башкирская домохозяйка» операцияға барыуына үкенә«Башкирская домохозяйка» операцияға барыуына үкенә
«Башкирская домохозяйка» операцияға барыуына үкенә

Блогер ашҡаҙанын резекциялау тураһында ҡарар ҡабул итеүенә үкенеүен белдерҙе. Операциянан һуң уның тормошо һиҙелерлек үҙгәрә, өҫтәүенә, яҡшы яҡҡа ғына түгел.

Миләүшә әйтеүенсә, артыҡ ауырлыҡ менән бергә уның блогын төҙөгән образының бер өлөшө лә китә.

Ул үҙен башҡаса тойоуын билдәләй — «етдиерәк һәм күңелһеҙерәк»,  хәҙер контентты артабан нисек үҫтерергә кәрәклеген дә аңламауын әйтә.

–Ҡайһы берҙә операция яһатыуыма үкенәм, сөнки мин ябығыу менән бергә үҙемде етдиерәк һәм күңелһеҙерәк тоя башланым. Пышкаларҙың үҙ харизмаһы бар, бына минең дә. Мин тулы сағымда ҡыҙығыраҡ инем. Ошо  турала уйланам һәм хәҙер ниндәй форматта видео төшөрөргә икәнен дә аңламайым, – ти ул.

 Блогер шулай уҡ, бер үк юморҙы видео төшөрөүсенең тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап төрлөсә ҡабул итәләр, тип иҫәпләй: уның фекеренсә, «пышкалар» аудиторияһы ябыҡ ҡыҙҙарға ҡарағанда ҡыҙығыраҡ.

Шул уҡ ваҡытта  ул элекке кәүҙә ауырлығына кире ҡайтырға теләмәүен әйтте.

– Ябығыуҙан һуң мин тәүге тапҡыр күлдәк һәм итәк кейә башланым, элек спорт кейеменә генә өҫтөнлөк бирә инем. Операция еңел уҙа, әммә үҙеңде яңы кеше булараҡ  ҡабул итеүе ауыр — хатта депрессия ла барлыҡҡа килә. Мин  ашай ҙа алмайым һәм теләмәйем дә. Ә был минең тормошомдоң бер өлөшө — тәмле ризыҡтар ашау һәм уларҙы әҙерләү. Мин ризыҡтан ләззәт алыуҙан туҡтаным, - ти ул.

 Уның һүҙҙәренсә, был үҙгәрештәр фонында уның күңел төшөнкөлөгө башлана — ысын күңелдән шатланыу йәки хатта илау ҙа ауырлаша. Әммә блогер был осорҙо  яйлап еңеп сығып килеүен һәм йәнә вайндар төшөрә башлауын белдерә.

 Әйткәндәй, ашҡаҙанын бәлкәсәйтеү сәбәпле, Миләүшәгә тағы ла бер операция яһарға тура килә — ябығып бөткәс, артыҡ тиреһен алып ташлата.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас