

Онотманым һис кенә.
Ҡайтып киләм,туғандар.
Йылдар үткән һайын нығраҡ
Һағындыра үҙ яҡтар.
Тәүҙә ауыл хәбәрҙәрен
Сәй артында йыйырмын.
Әсәйемдең өйҙә кейгән
Алъяпҡысын тағырмын.
Тупһа саңын борҡолдатып
Түшәктәрҙе ҡағырмын.
Атай ярған утындарҙан
Эҫе мунса яғырмын.
Ҡыҙыл буйын буйлай -буйлай
Кисендекте кисермен.
Шау -шыу килгән ҡоштарға
Серҙәремде сисермен.
Табандарҙы ҡытыҡлатып
Тау битенә китермен.
Сыр -сыу килгән йәштәрҙең
Йырлағанын көтөрмөн.
Онотманым һис кенә.
Ҡайтып киләм,туғандар.
Йылдар үткән һайын нығраҡ
Һағындыра үҙ яҡтар.
Эльвира Сирусина