

Синоптиктар күҙаллауынса, температура +18 градустан да юғары күтәрелмәйәсәк, хатта ҡайһы бер көндә +10 градус ҡына йылы булыуы ихтимал.
“Фобос” белгестәре фаразы буйынса апрелдең аҙаҡҡы ун көнөндә көндөҙ +10, +14 градус йылы була. Ай аҙағына төнгө температура ла +10 градусҡаса күтәрелер, моғайын. Яуым-төшөм дә йышаясаҡ.
“Гисметео” порталында апрелдең икенсе яртыһында көндәрҙең күбеһе болотло, ямғырлы буласағы күренә. Һыуыҡ түгел – уртаса +11, +15 градус (көндөҙ). Төнөн дә йылы +6, +10.
Ә бына world-weather.ru сайтында иһә 15, 16, 17 апрелдә төнгө температураның -3 градусҡа тиклем төшөүе күҙалланған.
Шулай ҙа көндөң нисек булырын күпкә алдан фаразлау бигүк дөрөҫ тә булмай әле. Бер көн былай, икенсе көн тегеләй... Ауыр тәбиғәт ҡазалары булмаһын.
Фото: автор фотоһы (Мораҙым тарлауығы ҡаяһы, архив).