Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апреля , 09:30

Йәш белгестәр дәүләт ярҙамы алды

Башҡортостан 2030 йылға агросәнәғәт комплексы предприятиеларын 95 процентҡа тиклем кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектының мөһим маҡсаттарының береһенә өлгәшеүҙә әүҙем ҡатнаша.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш белгестәр дәүләт ярҙамы алдыЙәш белгестәр дәүләт ярҙамы алды
Йәш белгестәр дәүләт ярҙамы алды

БР  Ауыл хужалығы министрлығында агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына ярҙам итеү төбәк программаһында ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу үтте. Конкурс йомғаҡтары буйынса аграр тармаҡтың 81 йәш белгесе дәүләт ярҙамы алды. 2026 йылда конкурс буйынса һайлап алыуҙа республиканың агросәнәғәт комплексы предприятиеларында эшләгән һәм программаның билдәләнгән критерийҙарына тап килгән 111 йәш белгес ҡатнашты.

 – Төбәктә йәш белгестәргә-аграрийҙарға ярҙам итеү системаһы һаҡланып ҡалыуы һәм эҙмә -эҙлекле тормошҡа ашырылыуы мөһим,-тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер – министры урынбаҫары- БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов.  – Был агросәнәғәт комплексына йәштәрҙе ауылға йәлеп итеү һәм нығытыу мәсьәләләрендә яҡшы өҫтөнлөктәр бирә.

  Конкурс буйынса һайлап алыуҙы үткән бөтә ҡатнашыусылар ҙа төбәк бюджеты иҫәбенә 750 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү алды. Программаны тормошҡа ашырыу тармаҡтың кадрҙар составын яңыртыуға, ауыл хужалығы һөнәрҙәренең абруйын күтәреүгә һәм республиканың ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина