Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апреля , 04:46

Стәрлетамаҡта бала инсульт кисергән

Был сир йәшәргәндән-йәшәрә, һаҡ булығыҙ, ти белгестәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Стәрлетамаҡта бала инсульт кисергәнСтәрлетамаҡта бала инсульт кисергән
Стәрлетамаҡта бала инсульт кисергән

 

Стәрлетамаҡта табиптар 11 йәшлек ҡыҙға ишемик инсульт диагнозы ҡуйған. Балаға ярҙам күрһәтеү өсөн урынға санитария авиацияһы бригадаһы оса.

РБКД (РДКБ) табип-реаниматологы пациентканы ҡараған һәм уны тиҙ арала Өфөгә күсерергә ҡарар ҡылған.
Хәҙер ҡыҙ реанимация бүлегендә. Табиптар баланы дауалауҙы дауам итә, уның хәле ауыр, әммә тотороҡло.

Автор:Гөлнара Солтанова