+22 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апрель , 12:15
Нисек оҙағыраҡ йәш ҡалырға?
Түбәндә бер нисә кәңәш. Еп-еңел икән.
Нисек оҙағыраҡ йәш ҡалырға?
Велосипедта йөрөгөҙ.
Ғашиҡ булығыҙ (кемгәлер оҡшарға тырышыу кешене һәр яҡлап, шул иҫәптән үҙеңде ҡарап-тәрбиәләү яғынан да, дисциплиналы итә).
Ябығығыҙ. Йәғни, был артыҡ ауырлыҡтан интегеүселәргә ҡағыла.
Киске сәғәт 7-нән һуң ашамағыҙ.
Көнләшмәгеҙ.
Кәм тигәндә 7 – 8 сәғәт йоҡлағыҙ.
Аҡса тотоноуҙан ҡурҡмағыҙ.
Ял итегеҙ. Йылына кәм тигәндә ике тапҡыр.
Ҡыҙыҡһыныусан булығыҙ.
Ҡыуана белегеҙ. Юҡ ҡына нәмәгә лә.
Байлыҡ менән уңайлылыҡты бәхеттән айыра белегеҙ.
Бер ҡасан да: "Ҡурҡам", – тимәгеҙ.
Йомарт булығыҙ.
Бөгөн йәшәгеҙ. Кисә үткән, иртәгә етмәгән...
Арҡағыҙҙы төҙ тотоғоҙ.
Йәш күренергә тырышмағыҙ – сама тигән нәмә бар, әммә үҙ йәшегеҙҙә лә күркәм булығыҙ.
Тормошҡа зарланмағыҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтан.
Автор:
Алһыу Ишемғолова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"