Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апреля , 10:20

«Башкирская досохозяйка»ны ире тәнҡитләгән

Блогер хатта уңайһыҙ хәлдә ҡалған.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Башкирская досохозяйка»ны ире тәнҡитләгән«Башкирская досохозяйка»ны ире тәнҡитләгән
«Башкирская досохозяйка»ны ире тәнҡитләгән

Миләүшә Шәйхисламова социаль селтәренә  яҙылыусыларға ҡамырҙан яһалған ПП-пирожкиҙарҙың ғәҙәти булмаған рецебы  менән уртаҡлаша. Ул уларҙы беренсе тапҡыр әҙерләүен дә әйтә.

Ҡамыр өсөн эремсек, йомортҡа, бер аҙ ҡаймаҡ һәм дөгө оно кәрәк була.

 — Бөтөн бөртөклөнө,  йәки ябай кукуруз оно ла һалырға мөмкин. Эслек өсөн йомортҡа, йәшел һуған, - тип билдәләй блогер.

Миләүшә ҡамырын бик ҡаты баҫып ташлауын, уның  йомшаҡ ҡына булмауын да әйтә һәм пирожкиҙарҙың уңмауынан ҡурҡа. Әммә барыһы ла яҡшы килеп сыға, ҡамыр матур итеп ҡабара. Беренсе

дегустатор ире, яңы бешкән ризыҡтан ауыҙ итә һәм етешһеҙлеген таба.

– Һуғаны күп булырға тейеш, 90-ға 10 иҫәбенән, – ти Альберт.

Миләүшәгә бындай тәнҡит оҡшап етмәй, әлбиттә.

Ә һеҙ йомортҡаһын күберәк һалаһығыҙмы әллә һуғанынмы?

Автор:Гөлнара Солтанова