

Блогер Миләүшә Шәйхлисламова яңы видео сығарғандан һуң, социаль селтәрҙә шелтә алды. Урамда ике ир менән төшөрөлгән роликта ул ҡыҫҡа өй халатында йөрөй. Миләүшәнең ҡыҫҡа халатта булыуы ҡайһы бер яҙылыусыларҙа кире реакция тыуҙырҙы. Улар, камера алдында бындай кейемдә йөрөмәһә лә булыр ине, тигән фекерҙә. Был уға яҙылыусыларға ҡарата ихтирамһыҙлыҡ билдәһебулыуын да әйтәләр. «Бриджи кейһә лә булыр ине, үҙ аудиторияңды хөрмәт итергә кәрәк!», «Бик насар күренеш. Шулай оятҡа ҡалырға мөмкинме?!» тигән кеүкеу комментарийҙар яҙалар.
Миләүшә уларға яуап итеп бер ни ҙә яҙмаған.