

Махсус хәрби операция биләмәһенә юлланғанда минең бер танышым: “Һеҙҙең полкта “Али” позывнойлы дуҫым хеҙмәт итә. Осратһаң, минән сәләм әйтеп, ҡулын ҡыҫырһың”, – тине. Мин уның сәләмен ҡабул иттем. Ләкин был кеше менән осраша алманыҡ. Өс айҙан һуң ул «Али»ҙың хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында әйтте. Яҡташым менән бергә булыусыларҙы эҙләп ҡараным, тик яҡындан белгән яугирҙарҙы бер ҡайҙа ла осратманым.
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы сайтын ҡарап ултырһам, уның тураһында материал ҡуйылған. “Башҡортостанда элекке ауыл биләмәһе башлығын, “Али” позывнойлы яугирҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар”, — тиелгәйне унда. Мәҡәләнең исемен ҡысҡырып уҡыным. Шунда уҡ эргәлә булған полк ағзаһы: “Мин уны шәхсән белә инем, хатта һәләк булған мәлдә лә беҙ уның менән бергә булдыҡ”, – тине.
Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге батальон командирының хәрби-сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары үҙен «Матур» тип таныштырҙы. Мин уның менән яҡынданыраҡ аралашырға кәрәклеген аңланым.
– “Али” менән хәрби күнекмәләр ваҡытында таныштым. Ул бик белемле, бай тормош тәжрибәһе туплаған кеше ине. Илебеҙҙең ни өсөн махсус хәрби операция иғлан итеүен һәм беҙҙең ни өсөн бында булыуыбыҙҙы аңлатты. Мин уларҙың ротаһына сәйәси эштәр буйынса командир урынбаҫары итеп тәғәйенләндем. Сираттағы хәрби заданиеға беҙҙе бергә ебәрҙеләр, – тип дауам итте “Матур”. – Бер нисә сәғәт элек беҙҙең штурмлаусылар сираттағы урман һыҙатын баҫып алды ла, ротаны оборона сиген биләргә ебәрҙеләр. Күрһәтелгән нөктәгә барып еткәс, беҙ соҡор ҡаҙып, өҫтән йығылған ағастарҙан бәләкәй генә япма яһаныҡ. Һуңынан пленка менән ҡаплап, ҡом һиптек тә, маскировка өсөн ботаҡтар һалдыҡ. Беҙгә, биш кешегә, дошмандан һаҡланыу өсөн бәләкәй генә урын килеп сыҡты. Тығыҙлыҡҡа тығыҙ, әммә барыбыҙ ҙа һыябыҙ. Хәрби хеҙмәттең бөтә ауырлығын сабырлыҡ менән үткәрергә күнеккәнбеҙ инде. Ябай һалдат йыйылмаһы: портатив плитка, газ баллондары, блиндаж шәмдәре беҙҙең менән һәр саҡ бар. Командование дошманды үткәрмәү һәм ошонда нығыныу бурысын ҡуя. Бойороҡ бөтәһенә лә аңлашыла, ҡорал әҙер. Егеттәр сиратлап нарядҡа йөрөй, буш ваҡытта беҙҙең тар һәм сағыштырмаса уңайлы “оя”ға инә. Бында ҡоро, яҙғы дымлы ел үтәнән-үтә өрөп тормай. Ергә “пенка” матрас түшәп, “спальник” һалынған. Ике кешегә аяҡты һуҙып ятырға мөмкин. Өсөнсө кеше ҡабырғаһында аяҡтарын бөкләп ята ала. Ике кешегә ултырырға мөмкин. Ашарға “сухпаек” менән һыу етерлек. Һалдат көрөшкәһендә сәй ҡайнатабыҙ. Һәр кем үҙенең тормош тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Командабыҙ ҙа шәп. Бөтәһе лә махсус хәрби операцияға үҙ ирке менән килгән. “Али”, уның кейәүе, алыҫ юлдарға йөк ташыған, бөтә Рәсәйҙе һәм яҡын сит илдәрҙе урап сыҡҡан “Крест”, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән “Белый”, урта йәштәрҙәге ир – “Балу”.
Мин полкка “Газпром” системаһынан килдем. Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәндән һуң, дуҫтар һуғышҡа китә башланы, һуңынан коллегаларым, ағай-эне РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөнө. Һуңынан мин дә хәрби бурысымды үтәгәндә ант ҡабул итеүемде иҫкә төшөрөп, “гражданка”ла күңелемә тынғы таба алмай, МХО-ға барырға кәрәк, тигән ҡарарға килдем. Башҡортостандан ойошторолған полкка эләктем.
“Матур” һөйләй, үҙенең тормош юлына ҡыҫҡаса экскурсия үткәрә.
– Беҙҙең был урында булғандың дүртенсе көнөндә дошман квадрокоптеры килде. “Оя”быҙ өҫтөндә зыуылдап оҙаҡ ҡына эленеп торҙо. Беҙ төркөмдәргә бүленеп, уның һөжүмен көттөк. Әммә дрон тиҙ генә һауаға күтәрелде лә, осоп китте. Уф, ярай осоп китте, тип шатландыҡ беҙ. “Координаталарҙы алды, ҡәһәрең!” – тине “Али” тиҙҙән хәүеф булырын белдереп. Уның һүҙҙәре дөрөҫкә сыҡты. Дрон тепловизор менән булған. Дошман оҙаҡ көттөрмәне, таң менән килеп тә етте.
Беҙҙең ышыҡ өҫтөндә коптер ҡабат эленеп торҙо. Уның тауышынан “ҡошсоҡ”тоң беҙҙе эҙләүен аңланыҡ. Үҙебеҙҙең ҡайҙалығыбыҙҙы белдермәҫ өсөн, уға атманыҡ. Дрон яңы яуған ҡарҙа эҙебеҙҙе былай ҙа күргәндер инде.
Дарх... Сыйылдап эргәбеҙгә бер шартлатҡыс килеп тә төштө. Беҙҙең “оя” шартлауҙан һелкенеп, өҫтөбөҙгә ҡом һибелә башланы. “Тәәк, берҙе атты”, – тине аяҡтарын бөкләп, ҡабырғаһына ятҡан “Али”. Ярты минут та үтмәне, тағы бер мина ергә ҡаҙалды. Мин өләсәйем бала саҡта өйрәткән доғаларҙы уҡып, беҙҙең йәшенгән урындың инә торған ерендә ултырам. Фронтта атеистар юҡ. Ғүмерҙәре ҡыл өҫтөндә торғанда барыһы ла Аллаһы Тәғәләне иҫенә төшөрә, хатта бығаса бар тип белмәгәндәре лә.
Землянкалағы тынлыҡты “Али” боҙҙо. “Бер яҡҡа ғына бөкләнеп ятып, арҡа ла, аяҡтар ҙа талды. “Матур”, башҡаса булдыра алмайым. Әйҙә, урындарҙы алмашайыҡ әле”, – тине. Мин төпкә инеп ятырға теләмәһәм дә, күҙгә бер нәмә лә күренмәгән ҡараңғылыҡта урындарыбыҙҙы алмаштыҡ. “Али” ишек төбөнә ултырҙы, уның урынына мин барып яттым.
Дошман беҙгә миналар яуҙырыуын дауам итте. Шартлауҙарҙы һанап ятабыҙ. Дошман урман биләмәһендәге ерҙе тығыҙ итеп аҡтарып, беҙҙең йәшенеп ятҡан урынды эҙләй. Квадрокоптер беҙҙең өҫтә тороп, ҡайһы урынды утҡа тоторға кәрәклеген төҙәп күрһәтә. Киләһе мина беҙгә етте. Мин көслө тауыш менән ҡысҡырып, күршемә һыйындым.
А-а-а-а! Йөҙөмә ялҡын бәрелде. Бөтәһе бергә болғанды: ут, ботаҡтар, ҡом, кешеләр. Ни өсөн йәшеренгән урын яҡтырып киткәнен аңламай торам. Шартлау тулҡыны ашығыс ҡына эшләнгән ҡыйыҡты алып бәргән. Туҙан ултыра биргәс, йәшенгән урыныбыҙға ингән ерҙә ултырған “Али” менән “Крест”тың йән биреүен аңлап ҡалдыҡ. Ошо мәлдә мин тәҡдир һәм яҙмыштың нимә икәнен аңланым, сөнки урындарыбыҙҙы алмашмаған булһаҡ, “Али” урынында минең булыуым ихтимал ине...
Күп һанлы снаряд ярсыҡтарының береһе, “Али” аша тишеп үтеп, минең аяҡ табаныма ҡаҙалғайны. Бәхеткә күрә, ҡалған ике иптәшем яраланмаған, еңелсә контузия ғына алған.
Соҡорҙа хәрәкәт барлығын күреп, беҙҙең өҫтә аҫылынып торған квадрокоптер йәнләнде. Юғарыға күтәрелде лә, беҙҙе күҙәтә башланы. Был урындан тиҙерәк китергә кәрәк, хәҙер дрон күсе осоп киләсәк. Был уй мейемде быраулай, әммә яраланған аяҡ мине тыңламай. Һәләк булған иптәштәребеҙҙе ағас ботаҡтары менән ҡапланыҡ та, соҡорҙан сыҡтыҡ. Яралы аяҡ менән тиҙ генә атлап булмай. Ауыртыныу һәм һыҙланыу һәр күҙәнәгемдә һиҙелә һәм булған ғына көсөмдө ала. Юлдаштарым миңә ярҙам итә лә бит, әммә был мәлдә улар өсөн артыҡ йөк кенәмен.
Дошман оҙаҡ көттөрмәне. Күктә “FPV"-ның геүләүе ишетелде. “Балу” шунда уҡ автоматын тоҫҡап, бер нисәне атты ла, дронды бәреп төшөрҙө. Икенсеһе лә артынан килеп бәреләм, тигәйне, “Балу” артына боролоп һаҡланырға өлгөрҙө, дрондың боезаряды шартламаны.
Өсөнсө дронды “Белый” бәреп төшөрҙө. Мин ерҙә аяғыма ла баҫа алмай ята бирәм, ҡайнар ҡан берцы эсендә һарҡыуын дауам итә.
Дрондар, ас ҡоҙғондар кеүек кеүек, ерҙә ҡорбан эҙләй. Мин йығылған ағастың олоно аҫтында йәшеренеп ятам. Был йөҙйәшәр имәндер инде. Уның тамырына артиллерия снаряды эләккәс, һуғыш яланында әкиәттәге йығылған баһадир батыр кеүек ята. Ағастың ҡалын ботаҡтары дымлы ерҙе ҡосаҡлап, мине дрон күҙенән йәшерә. Тамаҡ кибеп киткән икән, ҡар ашап һыуһынды ҡандырҙым. Ҡыл өҙөрлөк тә хәлем юҡ, яранан ҡан ағып сыҡҡан һайын хәлемдең мөшкөлләнә барыуын тоям. Шыуышырға кәрәк, тип уйлайым да, әммә күктә “ҡошсоҡ” эленеп тора, мине эҙәрлекләй.
Күпме ятҡанымды хәтерләмәйем, бер ни тиклем ваҡыттан дрон осоп киткәйне инде. Ҡараңғы төштө. Был – минең мөмкинлегем. Шыуыша башланым. Нисек тә алда ярты саҡрым самаһы асыҡ урынды үтергә кәрәк. Ҡарлы, тупраҡлы батҡаҡтан шыуышып барам, ҡайһылыр урында хәрәкәтләнеүемде тиҙәйтер өсөн имгәкләйем дә. Урман яҡынайғандан-яҡыная. Бер нәмә лә уйламай ныҡышып шыуышам, беләм: дрондарҙан мине ошо ышыҡ урын ғына һаҡлай ала. Аллаға шөкөр, кискә БПЛА-ларҙың әүҙемлеге кәмей, был ваҡытта көндөҙ оса торғандарының оптикалары ерҙе күрмәй, төнгөләренеке лә эшләмәй.
Мин урман һыҙатына инеп, ниндәй ҙә булһа ышыҡ эҙләй башланым. Бер блиндаж күҙгә ташланды. Ул күрше танк полкының медицина ярҙамы пункты булып сыҡты. Медицина взводы фельдшеры миңә тағы ла бер доза ауыртыуҙы баҫа торған укол ҡаҙаны, яраны бәйләне. Баҡтиһәң, ярсыҡ минең аяҡ табанымды ярайһы ғына йәрәхәтләгән, әммә йәшәү өсөн мөһим артерияларға теймәгән. Тамырыма тейһә, күп ҡан юғалтыр инем.
Хәҙер үҙемдекеләр менән бәйләнешкә сығыу бурысы тора. Рациямды соҡорҙа ятҡанда уҡ юғалттым. Стресс арҡаһында батальоныбыҙҙың тулҡын һандарын иҫемә төшөрә алмайым. Арығанлыҡтан һәм табиптың миңә ҡаҙаған дарыуынан йоҡлап киткәнмен. Тәрән йоҡоға китеп, һаташып йоҡлағанмын. Төшөмә комбат инде. Ул миңә асыҡтан-асыҡ: “Матур”, “Матур”, был “Урал”, беҙҙең тулҡынға сыҡ – 489535 (яҡынса һандар. – Р.Ә.)”, – ти. Уянғас, күргәндәремдән шунда уҡ аңым асыҡланды. Күҙҙәремде асыу менән медицина хеҙмәткәренән рация һорап алдым да, төшөмдә ишеткән һандарҙы йыйҙым. "Урал”, “Урал”, “Матур”ға яуап бирегеҙ. Ҡапыл рация шыбырлауы аша элемтәсебеҙҙең тауышын ишетәм: “Матур”, “Урал” бәйләнештә”. Шул мәлдә шатланыуым, әйтерһең дә өйгә ҡайтҡанмынмы ни?! Комбатҡа үҙемдең хәлем тураһында хәбәр иткәс, ул эвакуация төркөмөн көтөргә ҡушты.
Таһир Күсимов исемендәге батальон егеттәре – “Назар”, “Атом”, “Стерлиг” һәм “Борода” мине үҙебеҙҙекеләргә алып сыҡты. Дрондарҙан йәшеренеп, ҡайҙалыр ял итеп тә, әкрен барҙыҡ. Эргә-тирәлә “ҡошсоҡ”тар осоуы йышайғас, төркөм менән барыу ҡурҡыныс була башланы. Таралырға ҡарар иттек. Яраланған аяҡ менән мин эвакуация төркөмөнән артта ҡалдым. Бер мәл хәлһеҙләнеп, тиҙҙән аңымды юғалтасағымды тойҙом. Асыҡ ерҙә ҡалмаҫ өсөн, үҙемә яҡыныраҡ буш блиндаж табып, шуның эсенә тәгәрәп төшөп киттем.
Унда күпме ятҡанмындыр, йоҡлап киткәнменме, әллә аңымды юйғанмынмы, иҫләмәйем. Тағы һаташып төш күрәм. Мәктәптәге хеҙмәт уҡытыусыһы өс баламдан аталарының ҡайҙалығын һорай. Бәләкәй улым ҡайғырып ҡына: “Атайым махсус хәрби операцияла һәләк булды”, – тип яуаплай. Быны ишеткәс: “Юҡ-юҡ-юҡ, мин үлмәнем, мин тере!” – тип ҡысҡырып ебәрҙем һәм үҙемдең ошо тауышыма уянып киттем. Ҡайҙан көс барлыҡҡа килгәндер, блиндаждан шыуышып сыҡтым да, тағы ла тиҙерәк хәрәкәт итә башланым. Башымда бер генә уй: “Мин үлмәнем! Мин балаларым, яҡындарым хаҡына тере ҡалырға тейеш!”
Кейемем лыс һыу. Һөйәктәремә үтеп инерҙәй булып өшөтөп, яҙғы һалҡын ел иҫә. Аяғым үлтереп һыҙлай. Нисек кенә булмаһын, бөтә аҡтыҡ көсөмдө йыйып, мин дүрт саҡрымдан ашыу юл үттем. Үҙемдекеләр янына шыуышып сыҡҡас, беренсе медицина ярҙамы күрһәттеләр һәм госпиталгә оҙаттылар.
Оҙайлы дауаланғандан һуң, яңынан сафҡа баҫтым. Мин балаларым, ғаиләм, ҙур илебеҙҙең киләсәге өсөн йәшәйем һәм көрәшәм. Яҡташтарыбыҙға рәхмәт – хәрби заданиеға сығыр алдынан уларҙан гуманитар ярҙам алдыҡ. Бигерәк тә биҙрәләргә өйөп тултырып ебәрелгән өй туҡмасы иҫтә ҡалған. Уны батальон подразделениеларына бүлеп бирҙеләр. Ебәреүселәргә рәхмәт әйтеп, видео яҙҙырырға тейеш булғандар ҙа, өлгөрмәгәндәр, хәрби заданиеға ебәргәндәр. Бөтә ярҙам беҙгә килеп етә һәм тәғәйенләнеше буйынса файҙаланыла. Беҙҙең хаҡта хәстәрлек күргән тылдағыларға рәхмәт, – тип һүҙен йомғаҡланы “Матур”.
“Али”ҙың кәүҙәһе һәләк булған урынында тағы ла йыл ярым ята. Биләмәһе азат ителгәндән һуң хәрбиҙе табалар һәм сығаралар. Сөнки картала координаттар күрһәтелгән була. Яуҙашыбыҙҙы тыуған еребеҙҙә хөрмәт менән ерләйҙәр. Беҙ уның юҡҡа ғына һәләк булмауын беләбеҙ һәм еңеүҙең, һис шикһеҙ, беҙҙең яҡта булыуына ышанабыҙ!
Рафиҡ ӘХМӘТШИН.