Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апреля , 07:50

Өмәнән ситтә ҡалмайҙар

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты һәм республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы хеҙмәткәрҙәре дөйөм ҡала өмәһендә ҡатнашҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өмәнән ситтә ҡалмайҙарӨмәнән ситтә ҡалмайҙар
Өмәнән ситтә ҡалмайҙар

Республика парламенты аппараты хеҙмәткәрҙәре Ҡоролтай биналарына янындағы участкаларҙа, бина эсендә тәртип урынлаштырған. 

Дөйөм ҡала өмәһендә республиканың дәүләт һәм муниципаль ойошмалары, предприятиелары хеҙмәткәрҙәре, студенттар отрядтары һәм ирекмәндәр әүҙем ҡатнаша. Урамдар, ихаталар, гараждар һәм баҡсалар тирәһендәге территориялар тәртипкә килтерелә, Ағиҙел, Өфө, Дим йылғалары һәм башҡа һыу ятҡылыҡтарының яр буйҙары таҙартыла.
Дәүләт Йыйылышы Депутаттары һәм Секретариаты хеҙмәткәрҙәре бындай экологик акцияларҙа даими ҡатнаша, тип хәбәр итәләр парламенттың матбуғат хеҙмәтенән.

Бындай саралар республиканың бөтә районында ла ойошторола.

Тәртип һәм таҙалыҡ - уңайлы йәшәйеш, кешеләрҙең матур холҡо күрһәткесе.

Фото: Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сайтынан.

Өмәнән ситтә ҡалмайҙар
Өмәнән ситтә ҡалмайҙар
Өмәнән ситтә ҡалмайҙар
Автор:Алһыу Ишемғолова