Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апреля , 08:55

Ике ғүмер өҙөлгән...

Иглин районында янғында ике ир кеше һәләк булған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ике ғүмер өҙөлгән...Ике ғүмер өҙөлгән...
Ике ғүмер өҙөлгән...

Бөгөн таңда Ҡыҙыл Восход ауылында йорт янған. Беренсе янғын һүндереү подразделениелары килгән мәлдә өй тулыһынса ут эсендә була. Янғын һүндереүгә 10 кеше һәм 3 берәмек техника, шул иҫәптән урындағы ирекле янғын һүндереү командаһы йәлеп ителә.

Янғын һүндереү барышында 34 йәшлек торлаҡ хужаһының һәм уның 32 йәшлек дуҫының кәүҙәһе табыла.

Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дознавателе һәм тәфтиш-оператив төркөм эшләй.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

- электр селтәрен артыҡ йөкләмәгеҙ;

- төндә гаджеттарҙы зарядкала ҡалдырмағыҙ;

- түшәктә тәмәке тартмағыҙ, айырыуса иҫерек килеш.

Янғындың тәүге билдәләре булғанда 101 һәм 112 номерҙарына шылтыратығыҙ.

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова