Геологик сессия «Экологик именлек» милли проекты буйынса уҙҙы. Геология тәбиғәтте аңлауҙа, ресурстарҙы файҙалана белеүҙә төп ролде уйнаған нигеҙ фән һанала.
Был сессияла ҡатнашыусылар геологик процестарҙы билдәләү буйынса оҫталығын тикшерҙе, минерология, петрография, палеонтология һәм геологик киҫелештәр буйынса белемен һынап ҡараны.
Шулай уҡ йәш геологтар стратиграфия, геологик һәйкәлдәр, геоморфология, гидрогеология, файҙалы ҡаҙылмалар буйынса ла һорауҙарға яуап эҙләне.
Уҡыусыларға бик оҡшаны, тип хәбәр итәләр. Баш ҡаланың 40-сы белем биреү үҙәге балалары юғары һөҙөмтәләр күрһәткән. Афарин!