

Рәсәй Мәғариф министрлығы мәктәп белемен 11 йылдан 10 йылға тиклем ҡыҫҡартыу мөмкинлеген ҡарамай. Был хаҡта ведомство киң мәғлүмәт сараларында ошо тема буйынса фекер алышыуҙарға яуап итеп хәбәр итте.
Министр Сергей Кравцов бындай башланғыстарға һаҡлыҡ менән ҡарарға саҡырҙы. Уның һүҙҙәренсә, төплө белем биреү системаһын үҙгәртеү тураһында теләһә ниндәй тәҡдимдәр ентекле ҡарашты талап итә.
Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, ғәмәлдәге мәғариф системаһы төрлө йәштәге балаларға уҡыу программаларын һөҙөмтәле үҙләштереү мөмкинлеген бирә. Уҡыу ваҡыты түгел, ә уҡыу сифаты ведомство өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала. Сифатты күтәреү буйынса эш сиктәрендә берҙәм дәреслектәр индерелгән, өй эштәрен башҡарыуға нормативтар билдәләнгән һәм мәктәптәрҙә контроль эштәр һаны сикләнгән.
Фото: яһалма зиһен.