Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Апрель , 08:03

Мәүлиев МХО-ға киткән

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев махсус хәрби операция зонаһына баш ҡалабыҙҙан 74-се гуманитар конвойҙы үҙе алып барған. Был хаҡта чиновник социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Мәүлиев МХО-ға киткәнМәүлиев МХО-ға киткән
Мәүлиев МХО-ға киткән

Мәүлиев әйтеүенсә, конвойҙар составы ваҡыт үтеү менән ныҡ үҙгәрә: әгәр тәүҙә беренсе кәрәк-яраҡ әйберҙәренә баҫым яһалһа, хәҙер йөктө квадрокоптерҙар һәм хәрби бурыстарҙы хәл итеү өсөн юғары технологиялы ҡорамалдар тәшкил итә.

Сәфәр барышында мэр хәрбиҙәр менән осраша һәм уларҙың киләһе ярҙам партияһын ойоштороу буйынса һорауҙарын асыҡлай. Ратмир Мәүлиев ҡаланың суд тарафынан етди боҙоуҙар өсөн тартып алынған 170 автомобилен МХО-ға тапшырырға ниәтләнеүен хәбәр итте.

Фото: https://vk.com/ratmir.mavliev

 

Мәүлиев МХО-ға киткән
Мәүлиев МХО-ға киткән
Мәүлиев МХО-ға киткән
Мәүлиев МХО-ға киткән
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас