Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Апрель , 09:52

Икмәклек тә аҡсаһы ҡалмаған...

Салауатта йәшәүсе ир, мутлашыусыларға ышанып, бөтә аҡсаһын юғалтҡан.

Икмәклек тә аҡсаһы ҡалмаған...Икмәклек тә аҡсаһы ҡалмаған...
Икмәклек тә аҡсаһы ҡалмаған...

60 йәшлек ир мутлашыусыларға 2 миллион 800 мең һум аҡса ебәргән.

Барыһы ла март аҙағында башлана: уға мессенджер аша билдәһеҙ номерҙан бер ир шылтыратып, үҙен курьер тип таныта ла, посылка килеүен хәбәр итә. Уны алыу өсөн смс-хәбәрҙәге кодты һорай. Ҡала кешеһе уны-быны уйламай кодты әйтә. 

Артабан мутлашыусылар билдәле схема буйынса эш итә. Зыян күреүсегә уның бөтә шәхси мәғлүмәттәренең урланыуы һәм күрһәтелгән телефон номеры буйынса шылтыратырға кәрәклеге тураһында хәбәр килә. Ғариза биреүсе шунда уҡ номерға шылтырата. Шылтыратыуға «Роскомнадзор»ҙың ялған хеҙмәткәре яуап бирә, ул, кодты әйтеп, мутлашыусыларға уның исеменә кредит килешеүҙәрен рәсмиләштерергә форсат биргәнен аңлата. Шунан һөйләшеү «Росмониторинг» хеҙмәткәренә күсерелә. Енәйәтсе зыян күреүсене дуҫ булмаған дәүләттең тыйылған ойошмаларына үҙ теләге менән аҡса күсереүҙә ғәйепләй, мутлашыусыларҙың әлеге ваҡытта ла уның иҫәбенән аҡса күсереүҙәрен хәбәр итә. Ир ныҡ ҡурҡа, уяулығын юғалта һәм, мутлашыусыларға ышанып, уларҙың күрһәтмәләре буйынса эш итә башлай. Банкыларға барып, бөтә булған аҡсаһын ала ла, тиненә ҡәҙәр аферистарға күсерә.

Салауат кешеһе бер аҙнаға яҡын мутлашыусылар менән бәйләнештә булған һәм һөҙөмтәлә уларҙың иҫәбенә 2 миллион 800 мең һум аҡса күсергән.

Был факт буйынса РФ ЭЭМ Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенең тәфтиш подразделениеһы Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 4-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Хөрмәтле граждандар!  Мутлашыусылар үҙҙәрен теләһә кем тип таныштыра ала, һәр шылтыратыусыға ышанмағыҙ, бер ниндәй ҙә һылтау менән смс-хәбәрҙәрҙән кодтарҙы хәбәр итмәгеҙ һәм аҡсағыҙҙы билдәһеҙ иҫәптәргә күсермәгеҙ. Хәбәрҙәрҙә күрһәтелгән һандар буйынса шылтыратмағыҙ!

Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan?z=photo-212351849_457248890%2Fc8be313dbe5991fe7e

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас