Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апрель , 20:22

Ветеранға 102 йәш!

Өфөлә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әсхәт Минһажетдиновтың тыуған көнө бөгөн. Ошо уңайҙан уны БДМУ вәкилдәре ҡотлаған.

Ветеранға 102 йәш!
Ветеранға 102 йәш!

БДМИ-ны тамамлаған, медицина фәндәре кандидаты, доцент, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Әсхәт Минһажетдинов Мәскәү өсөн алышта, Курск алышында ҡатнаша, дүрт тапҡыр яралана. Еңеүҙе госпиталдә ҡаршылай. Хәрби табиптарҙың батырлыҡтары уны һөнәр һайлауға рухландыра һәм ул бөтә ғүмерен медицинаға бағышлай. Ветеран Ҡыҙыл Йондоҙ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, «Батырлыҡ өсөн», «Белоруссияны азат иткән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.

Ветеранға ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйбеҙ. Балаларының игелеген күреп йәшәһен!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас