

20 йәшлек ҡыҙ популяр маркетплейстың заказдарҙы биреү пунктында бер айҙан ашыу ғына эшләй. Был ваҡыт эсендә ул заказ ителгән тауарҙарҙы арзаныраҡ йәки боҙолған тауарҙарға алмаштыра һәм кире ҡайтарыуҙарҙы рәсмиләштерә. Ул урланған әйберҙең бер өлөшөн үҙенә ҡалдыра, ҡалған өлөшөн һата. Пунктҡа ялыуҙар күп булғанға, тикшереү башлайҙар. Ревизия урлашыуҙы асыҡлай ҙа инде.
Рәсәй ЭЭМ Мәләүез районы буйынса тәфтиш бүлеге урлау статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.