

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк урмансыларына йыл һайын кеше йәки стихиянан зыян күргәндән күберәк ағастар ултыртырға ҡушты. Быйыл 14 мең гектарҙан кәм булмаған майҙанда урман тергеҙеү планлаштырыла — был 28 миллион үҫенте (2025 йылға ҡарата 3 процентҡа күберәк). "Әле бөтә республика буйынса урман питомниктарында әүҙем эш алып барыла. Мәҫәлән, был фотоларҙа Йылайыр урман хужалығында үҫентеләрҙе нисек әҙерләүҙәре күренә. Асыҡ грунтҡа ингәнсе ылыҫлы ағастарҙың үҫентеләре айырым шарттарҙа һаҡланасаҡ. Был тейешле температура режимына һәм дымлылыҡҡа өйрәнергә мөмкинлек бирәсәк, тимәк, ағастарҙың тамыр йәйеү мөмкинлеген арттырасаҡ», — тип уртаҡлашты төбәк етәксеһе үҙенең социаль селтәрҙәрендә. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, айырым урман хужалыҡтарында ултыртыу 13 апрелдә үк башланасаҡ. Элекке кеүек үк, был эш Рәсәй президенты Владимир Путин инициативаһы менән «Экологик именлек» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты буйынса алып барыла.
Фото: Радий Хәбировтың сәхифәһенән.