

...Һаҙлыҡ менән уратып алынған ауылға яҡын да барырлыҡ түгел. Берҙән-бер юл зыярат аша, ә дошмандар шунда нығынып алған да, доттарҙан үлем сәсә. Дрондары ҡыбырлаған үләнгә лә бомба ташлай. Баш ҡалҡытҡан һәр кемде минометтар ҡырып һала. Һаҙлыҡ мәйеттәр, ауыр яралы һалдаттар менән туп-тулы. Күтерҙән сыға алмай, ҡот осҡос интегеүҙәрҙә үлә улар... Үҙенә һурған батҡыл ерҙе бата яҙып кискән, баштан-аяҡҡаса бысраҡҡа буялып, яуҙаштарын алып сығырға маташҡан эвакуация егеттәрен дә миномет уты өҙгөсләй, тишкеләй, һаҙамыҡты уларға ла ҡәберлек итә. Көн дә атакаға күтәрелеп тә, бер аҙым да алға бара алмаған штурмлаусылар эсәр һыуҙың юҡлығынан зәһәр миктәй. “Ҡәһәр төшкөр урын!” - сараһыҙҙан ҡоҫа-ҡоҫа һаҙлыҡ һыуын эсергә мәжбүрҙәр.
Ике истребитель килеп, доттың өҫтөнә бомбалар ташлаған мәлдә өс башҡорт, шул иҫәптән Йылайыр районы Ҡашҡар ауылынан Данил Ҡыуандыҡов, көс-хәлгә зыяратты үтә ала. Бер-береһенә йәбешеп түгел, 20-шәр метр дистанция һаҡлап баралар.
Ә ауылда уларҙы ут ҡаршылай. Подвалда нығынған наемниктар - поляк, немец, инглиздәр -. егеттәрҙең бер нисә генә бөртөк икәнен аңлап, үтә батырая, ата-ата килеп үк сығалар. Аяҡтарына, кәүҙәһенә пулялар тейә, әммә улар, хас та киноларҙағы зомби ише, һис бер ни булмағандай тора ла, артабан атыша. Наркотиктар йоғонтоһо аҫтында ауыртыуҙы тоймағас, йә ҡандары ағып бөткәс кенә, йә пуля баштарына тейһә генә үләләр. Өс башҡорт арыҫландай алыша, дошмандарҙың ысын мәғәнәһендә башына етә һәм алға йомола.
Икенсе ауыл янында күргәндәрен Данил һис ҡасан онота алмаясаҡ. Фашистарҙың ҡанһыҙлығын, йыртҡыслығын фашлаған күренеш әлегәсә күҙ алдында.
- Иң кәрәкле әйберҙәрен алып, ҡасып китеп барған булғандарҙыр бисаралар... Ҡатындар, балалар, ҡарттар... Ҡәбәхәттәр береһен дә йәлләмәгән, һуғышсыларҙы түгел, ә яҡлауһыҙ ябай ауыл халҡын ҡырған... Тетрәнеүҙән, хатта ер сайҡалды, - Данилдың тауышы өҙөлдө, тәрән итеп тын алғас, саҡҡа һүҙен ялғай алды, – ә бит инде һуғышта ниҙәр генә күрмәгәйнек, беҙҙе бер ни ҙә аптыратмаҫ, ҡаҡшатмаҫ, тип уйлағайныҡ... Ыңғырашыу ишеттек тә, тауыш яғына ашыҡтыҡ. Ҡанға батҡан, күлдәге йыртылып бөткән, тәне туҡмалыуҙан күм-күк ҡыҙ ыңғыраша ине. Янына тубыҡландым да, башын күтәреп, терһәгемә һалдым. Күҙҙәрен асты. Төпһөҙ ыҙа ғына... “Там... боль-но... по-мо-ги-те...” – шешенгән, ярылған ирендәренән ошо өс һүҙҙе ишеттем. “Егеттәр, ҡарағыҙ әле, ҡайһылыр ере сыҙағыһыҙ ауырта”, - тинем. Иптәштәрем яраларын бәйләргә сүкәйҙе лә... ап-аҡ булдылар. Береһе түҙә алмай, тороп уҡ китте. Бахырҡайҙы йыртҡыстар туҡмап, көсләү генә етмәгән, йән еренә алабуға балығын тыҡҡайнылар... Ул тирәһенә тейеү түгел, яңылыш ҡарауы ла ныҡ оят беҙгә, ә нимә эшләргә, бына әйтеп ҡарағыҙ, нимә эшләргә, унда ауырта, тип үлем хәлендә мөлдөрәп ҡарап ятҡан, ҡанын күп юғалтҡан бисараҡайға нисек ярҙам итергә?! Фашистарҙан тапалған, иҙелгән, мәсхәрәләнгән шул йәш кенә ҡыҙ бала күҙемә түгелеп ҡарап, ҡулымда йән бирҙе. Ике яҡ сикәһенән ике тамсы күҙ йәше ағып төштө. Аҡырғым килде шунда. Үҙемде тыймайынса аҡырғым килде. Минең башыма, йөрәгемә һыймай бындай вәхшилек, нисек шулай өҙгөләргә мөмкин ҡыҙ баланы, нисек?! Уларҙа бөтөнләй йөрәк юҡмы икән әллә? Уларҙы әсәләре тапмағанмы, ҡосаҡтарында бәүетмәгәнме, һөймәгәнме – нишләп улар шундай ҡанһыҙ булып үҫкән?! Ул ҡыҙ бөгөнгәсә төшөмә инә, ниңә һуң килдегеҙ, ниңә һуңланығыҙ, тигән кеүек тултырып ҡарай, ә мин көсһөҙлөктән, уны ҡотҡара алмауҙан ҡысҡырып уянам... Йәнгенәһе үҙенә тынғы тапмайҙыр, шуға ла, Алла бирһә, пансионаттан ҡайтҡас, сиркәүгә барырмын, уның рухына аяттар бағышлатырмын, тип ниәтләйем.
25 октябрҙә, тыуған көнөмдә, беҙҙе алыштырырға пополнение килде, яйлап үҙебеҙҙең часҡа юлландыҡ. 15 саҡрымдай ер үткәс, ҡыуыш кеүек нәмә эсенә инеп, подкоп эшләп, шунда ултырҙыҡ. Һыу ҡайнатып, кофе эстек. Тауышһыҙ минометтар бар. “Полька”лар. Пырхылдап ҡына килә лә, шартлай. Тәүҙә аңламаныҡ. Был нимә булды ул, тип аптыраныҡ. Ә шартлауҙар яҡынайғандан яҡыная... Дрон-разведчик беҙҙе күргән дә, хәбәр иткән. Берәмләп ҡастыҡ һәм шул ҡыуыш өҫтөнә генә снаряд төштө. Тыуған көнөмдә үлә яҙҙым шулайтып. Бер төн “заброшка”ла ҡундыҡ та, икенсе көндө беҙҙе машина килеп, часҡа алып ҡайтты. Унда яңы килеүселәрҙе командир менән бергә һуғыш серҙәренә өйрәтеп йөрөнөк.
Күп тә үтмәне, Рига яғына ҡуҙғалырға задание алдыҡ. Сиккә табан барғанда күҙ алдында бер взводты ҡырып һалдылар. Сапер көрәге менән ерҙе ҡаҙып, подкоп эшләнек, ул ҡәбер кеүек кенә ҙурлыҡта була. Ярай ҙа мин плащ-палатка алғайным, башҡалар, йөкмәп йөрөүе ауыр, тип алмағандар. Ә ер шыр бутҡа, ултырыу, ятыу менән лыс һыу булаһың. Шартлауҙар башланғас та, йәштәр өрккән аттар һымаҡ, ҡырға йәшенергә уҡтай атылды. Миналанған ергә...
Беҙ иртән урман һыҙатындағы укроптарға һөжүм итергә, позицияны яуларға тейеш инек. Үҙебеҙҙе һатмай, шым ғына ятабыҙ. Бер заман баш осонан пулялар һыҙғырышты - беҙҙең барлыҡты-юҡлыҡты тикшерә дошман. Саҡ ҡына алдараҡ пулеметсылар ята ине, улар, беҙгә табан киләләр, әсирлеккә эләкмәйбеҙ, һуңғаса алышасаҡбыҙ, тип ҡаршы атырға тотондо. Шуны ғына көткәндәй, дрон күтәрелде лә, уларға ябырылды. Пулеметсыларҙың береһе шунда уҡ үлде, икенсеһе, “Слон”, яраланды.
Миндә фольга бар ине, шуны һәм плащ-палатканы ябындым да, күҙҙе генә сығарып ҡараһам, өҫтөмдә иң ҡурҡыныс дрон - “Баба Яга” эленеп тора! Унда 50 килограмлыҡ бомба... Күҙҙәрҙе йомдом, яҡындарым менән бәхилләштем.
Ике минуттай өҫтөмдә торҙо ҡороғор, был ҡыбырлармы-юҡмы, тип. Ҡымшанманым да. Тын алыуҙан туҡтаным. Һәм ул осоп китте. Уф, Хоҙайыма рәхмәт, тинем. Аяҡ осомдан ялан яғына осоп киткәйне, ҡапыл туҡтаны. Кире килә икән, тип уйланым. Һәм ҡот осҡос шартлау яңғыраны. Тулҡынынан ике аяғым да күтәрелеп китте, ярсыҡтар тәнемде тишкеләне. Көслө ауыртыуҙан аҡырып ебәрҙем. “Скорпион”, что с тобой? Оторвало что-нибудь?!” – тип һөрәнләне бер иптәш. Аяҡтарҙы һиҙмәйем, тип ҡысҡырҙым. “Ҡара аяҡтарыңды” – ти. Саҡ-соҡ ҡараһам, аяҡтар урынында. Әммә бөтә ярсыҡтарҙа. Янбаш та - иләк. Көс-хәлгә яраларҙы бәйләгән булдым.
Яуҙан һуң алтмыш кешенән дүртәү ҡалғайныҡ, барыбыҙ ҙа ауыр яралы. Ярҙам килеп етә лә алмай, юлда уҡ ҡырылалар.
Дошмандарҙы яҡын ебәрмәй, аҡтыҡ көстө йоҙроҡҡа йомарлап, дүртәүләп оборона тотоп яттыҡ, позициянан артҡа бер метрға ла сигенмәнек. Һыу юҡ, ашарға юҡ. Ни ҡар яумай, исмаһам, шуны ашар инек. Тәмәке бар ҙа бит, тартҡан һайын ул тағы ла нығыраҡ тамаҡты киптерә. Атыш тымған арала аптечкалағы кескәй генә пакетты ҡулайлаштырып, һейҙегебеҙҙе эсеп ҡарайбыҙ, унан хәл бигерәк мөшкөлләнә. Барыбер бирешмәйем, ата-әсәйем, яҡындарым хаҡына тере ҡалам мин, тип урттарымды сәйнәп яттым.
Бер нисә көндән позицияны нығытырға яугирҙар килеп етә алды. Ҡыуанғайныҡ та... Эвакуация юҡ, үҙ яйығыҙ менән нисек тә үҙебеҙҙекеләр яғына шыуышығыҙ инде, тиҙәр. “
Слон” менән икәүләп шыуыштыҡ. Икебеҙҙең дә аяҡтар яралы, контузия алғанбыҙ. Ҡайҙан килгәнде иҫләмәйбеҙ, етмәһә хәтәр ҡараңғы. Яҡынса ғына самалап шыуышабыҙ.
Икенсе көндө подкоп эшләп яттыҡ. Плащ-палатканан башты сығарғайным, эргәмдә генә снаряд шартланы. Күҙ алдарым ялт-йолт итеп ҡалды, көслө ауыртыу тойҙом, күҙҙән ҡан аҡты, донъя ҡараңғыланды... Күҙгә ярсыҡ эләккәйне... Уны аҙаҡ табиптар алырға ҡурҡты, ғүмер буйы йөрөтөргә тура киләсәк, тинеләр.
Йән әсеһе менән туң ерҙе тырнап шыуышабыҙ, бармаҡтар тамам туңды, бер ни тоймайҙар, аяҡтарҙы әйтәһе лә түгел, ә беҙ һаман серәшеп, теште ҡыҫып, алға ынтылабыҙ. Үлтереп йоҡо килә. Ләкин йоҡларға ярамай. Күҙҙе йомдоңмо, уяна алмаясаҡһың. Ундай яралыларҙы күп күрҙем. Еңмешләнеп, үҙемде көсләп шыуырға мәжбүр итәм: “Данил, йоҡлама! Бирешмә! Өйҙә һине атайың, әсәйең көтә, уларҙы ҡайғыға һалырға хоҡуғың юҡ. Һин ҡайтып етергә тейешһең!” Йәнтәслимгә шыуыштым да шыуыштым: “Барыбер ҡайтам мин! Барыбер ҡайтам!”
Шыуыша торғас, аҙаштыҡ. Алмалыҡҡа барып еттек. Башты күтәреп ебәрһәм – ағаста тимер табаҡ, украин флагы һүрәте менән! Дошмандар позицияһына инеп китә яҙғанбыҙ! “Слон”ға, беҙҙе күрмәҫ борон ҡастыҡ, тинем дә, хәлдән килгәнсә шәберәк тайҙыҡ.
Һәм мең бәлә, мең ыҙа кисереп, мөғжизә менән үҙебеҙҙекеләргә барып еттек!
Әсәйем Сәрүәр Кинйәбулат ҡыҙы, атайым Миҙхәт Фәрит улы, ағайым Рәмил, ҡустым Дим хаҡына ҡайта алдым. Иң ауыр мәлдәрҙә, инде һындым, тигәндә, уларҙы уйланым, улар миңә йәшәргә көс бирҙе һәм бирә. Батып барғанда, улар, гүйә, тындары, һөйөүҙәре менән мине тамуҡ эсенән тартып сығарҙы. Уларға күпме рәхмәт уҡыһам да, аҙ буласаҡ. Рәхмәтем - сикһеҙ!
Мин госпиталгә барып эләккәнсе, туңған бармаҡтарҙа, яраланған, туңған аяҡтарҙа гангрена башланғайны, Мурманскиҙа ҡырҡтылар. Хәҙер протездарҙа йөрөйөм, яйлап ҡына әлегә. Мәскәүҙә госпиталдә эшләгән ирекмәндәр бигерәк һәйбәт булды, төрлө-төрлө сараларға йөрөттөләр, хатта “Уральские пельмени” тамашаһын да ҡараныҡ. Ундай бәхет миңә тағы ҡасан эләгер ине?!
“Ватанды һаҡлаусылар” фондының урындағы хеҙмәткәре Регина Әбделмәноваға айырым ҙур рәхмәт! Ауылға ҡайтҡас, документтарҙы йүгереп йөрөп юллашты. Гел дә хәлде белешеп, ниндәй ярҙам кәрәк, тип хәстәрләй.
6 мартта Регина миңә, Данил, формаңды кей, миҙалдарыңды таҡ, һине сараға саҡырабыҙ, тип шылтыратты. Миҙалдар юҡ шул, тигәйнем, булыр әле, тип көлдө. Районда ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған берләштерелгән концерт ойошторғандар икән, шунда саҡырҙы. Барҙым, ултырам һәм бер ваҡыт өлкән экранда фотомды күрһәтмәһендәрме! Иғлан иттеләр: “Шулай-шулай, махсус хәрби хеҙмәттә күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн яҡташыбыҙ Данил Ҡыуандыҡов “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана!” Тәндәрем зымбырлап китте, күҙ йәштәрем аҡты... Наградам мине эҙләп тапҡанға, шулай барса халыҡ алдында ололағандарына күңелем тулышты...
Алғы һыҙыҡта, үҙебеҙҙекеләргә бергә шыуышып барып еткәс, Ишембай егете “Слон” менән юлдар айырылышҡайны. Аҙаҡ һорашһам, уны “груз 200”, тинеләр. Мурманск госпиталенән һуң Мәскәүҙәге госпиталгә урынлашып йөрөгәндә, коридорҙа коляскалағы егетте күрҙем. Таныш кеүек. Ипләберәк ҡарап ебәрһәм – ул! “Слон”! Ике аяғы тубыҡтан юҡ... Әлегәсә аралашабыҙ.
Шул тиклем дә һөйкөмлө, алсаҡ, дәртле Данил өсөнсө класта уҡығанда Дәүләткирәй Нәҙерғолов етәкселегендә ҡурайҙа уйнарға өйрәнә, ижади бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулай. 2024 йылдың 24 авгусында үткәрелгән Йәштәр көнөндә, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура, Баймаҡ ҡурайсылары араһындағы конкурста, ул 1-се урын алып, 2 сентябрҙә МХО-ға сығып китә. Донецк өлкәһенең Покровск йүнәлешендәге үлемесле, иң ҡурҡыныс яуҙарҙа ҡатнаша. Әллә күпме алыштарҙы, кәртәләрҙе үтеп, ауыр яралы килеш тә, ҡайтып етә алыуы, яҙмыш һынауҙарын лайыҡлы үтеүе – оло батырлыҡ, оло еңеү! Уның тамырҙарында еңеүсе ҡаны аға, күкрәгендә батыр йөрәге тибә. Ҡыуаныстарҙа мең йәшәһен беҙҙең геройыбыҙ, сая, ҡыйыу башҡортобоҙ Данил Ҡыуандыҡов!
Фото: Д.Ҡыуандыҡов.