

Йыл башынан алып республикала 1174 янғын теркәлгән, уларҙа 55 кешенең ғүмере өҙөлгән. 27 марттан 3 апрелгә тиклем генә дүрт кеше утта янып үлгән. Фажиғәләр Мәләүез, Учалы, Өфө райондарында һәм Өфө ҡалаһында булған.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов үткәргән кәңәшмәлә янғындарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре ҡаралды, район һәм ҡалаларҙа профилактик сараларҙы көсәйтеү бурысы ҡуйылды.
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.