

50-гә яҡын кеше Ғафури урамындағы йортҡа дрон эләккәндән һуң Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы ярҙамында ваҡытлыса урынлаштырыу пунктына эвакуацияланды, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенән. Хәҙер властар һәм ашығыс хеҙмәттәр йәшәүселәрҙең фатирҙарға кире ҡайтыуы өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.
Шартлау тулҡыны шулай уҡ күрше өс йортҡа ла зыян килтерә. Зыян күргән йорттарҙы көн аҙағына тиклем тикшерәләр, тергеҙеү эштәрен финанслау сығанағы билдәләнәсәк.
Ҡала хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, ярҙамһыҙ бер кем дә ҡалмаясаҡ.
Өфөнөң беренсе вице-мэры Сергей Кожевников һүҙҙәренсә, быға тиклем пилотһыҙ аппараттар һөжүменән зыян күргән башҡа ҡалалар миҫалында һыналған аныҡ эш алгоритмы бар.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.