

Өфөлә ҡала дауаханаларының береһендә эшләгән табипты енәйәтселәр аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәп»кә күсерергә күндергән.
46 йәшлек ирҙең һүҙҙәренсә, тәүҙә ул мессенджерҙа билдәһеҙ номерҙан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан килгән хат тураһында хәбәр ала. Һуңынан уға "курьер" шылтыратып, хатты алыр өсөн cvc-нан кодты диктантлауҙы һорай. Тиҙҙән билдәһеҙ кешенән шылтыратыу килә, ул уның "Дәүләт хеҙмәттәре" аккаунтын ватыуҙары һәм мутлашыусыларҙың уның банк иҫәбенән аҡса сығарырға маташыуы тураһында хәбәр итә.
Аҡсаны һаҡлау һылтауы менән, мутлашыусылар табипты бөтә булған аҡсаны алып, «хәүефһеҙ иҫәпкә»күсерергә күндерә. Зыян күреүсе енәйәтселәрҙең бөтә күрһәтмәләрен үтәй. Алданғанын аңлағас, ул хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.
Әлеге ваҡытта был факт буйынса РФ ЕК 159-сы статьяһының 4-се өлөшөнә ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкә төшөрә: уяу булығыҙ. Әгәр һеҙгә ҡарата законһыҙ операция башҡарылыуы тураһында шикле шылтыратыу килһә, һөйләшеүҙе туҡтатырға кәңәш ителә. Аҡсағыҙҙы "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсермәгеҙ, таныш булмаған кешеләргә телефон аша үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, шулай уҡ банк реквизиттарын хәбәр итмәгеҙ, үҙегеҙгә таныш булмаған кешеләрҙең тәҡдимдәре буйынса телефонығыҙға билдәһеҙ ҡушымталар ҡуймағыҙ. Билдәһеҙ реквизиттар буйынса аҡса күсереүҙә уяулыҡ һаҡлағыҙ, тикшерелгән сайттарҙан ғына файҙаланығыҙ.
Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan