Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Апрель , 06:25

Күршеләрҙә «Мөхәббәт сире» көслөрәк

 Роспотребнадзор 2025 йылда Рәсәй төбәктәрендә сифилис менән сирләү статистикаһын иғлан итте.

Күршеләрҙә «Мөхәббәт сире» көслөрәкКүршеләрҙә «Мөхәббәт сире» көслөрәк
Күршеләрҙә «Мөхәббәт сире» көслөрәк

 Башҡортостанда, ведомство мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылда 361 осраҡ теркәлгән, был уҙған йылға ҡарағанда, 5,9 процентҡа күберәк.

 Волга буйы федераль округы субъекттары араһында иң көсөргәнешле хәл Татарстанда теркәлгән: унда 577 сирле асыҡланған, был 2024 йыл күрһәткестәренән 5,8 процентҡа юғарыраҡ.

Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә сирлеләр һаны 13 процентҡа — 24 744-тән 27 969 кешегә тиклем артҡан. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда бәлиғ булмағандар араһында сирлеләр һаны ҡырҡа кәмегән. Әгәр 2024 йылда һигеҙ балала инфекция табылһа, 2025 йылда бер генә пациент теркәлгән.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас