Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Апреля , 07:55

Гөлназ Асаеваның ире аҡсаһы юҡлыҡҡа зарлана!

Билдәле йырсы Вилдан Шәмсетдинов телевидениеға сыға алмауын хәбәр иткән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Гөлназ Асаеваның ире аҡсаһы юҡлыҡҡа зарлана!Гөлназ Асаеваның ире аҡсаһы юҡлыҡҡа зарлана!
Гөлназ Асаеваның ире аҡсаһы юҡлыҡҡа зарлана!

 

Вилдан йырҙарын популярлаштырыу менән шөғөлләнә алмауын һәм бының өсөн уның финанс мөмкинлеге булмауы хаҡында һөйләгән.

Социаль селтәрҙә уға: «Һеҙҙең йырҙарығыҙ шундай шәп! Тик, ҡыҙғаныс, һеҙҙе бер ҙә телевизорҙар күрһәтмәйҙәр», – тип яҙғандар. Йырсы: «Телевидениеға түләргә минең аҡсам юҡ шул. Интепрнет киңлектәрендә тыңлағыҙ», – тигән.

«Һеҙҙе Аллаһы Тәғәлә ныҡ һынай. Сабырлыҡ теләйем. Ләкин һеҙ һәр ваҡғыт йылмаяһығыҙ», – тип тә яҙғандар уға. «Нимәләр аша үтеүемде яҡындарым ғына белә… Рәхмәт», – тип тә яҡған йырсы.

Автор:Гөлнара Солтанова