Был осраҡта дәүләт банктарға ставкаларҙы түбәнәйткәне өсөн компенсация түләй.
Фермерҙарға ошондай ярҙам механизмы «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектына ярашлы булдырылған. Был милли маҡсат буйынса 2030 йылға ауыл хужалығы тауарҙары етештереү күләме 25 процентҡа үҫергә тейеш.
Быйыл бәләкәй агроэшҡыуарлыҡ субъекттарына банк кредиты ставкаһы 6,65 процент тәшкил итә. Республика фермерҙары 2020 - 2026 йылдарҙа 23 миллиард һум ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән кредит алған, субсидия күләме - 815 миллион һум. Бынан тыш, инвестиция кредиттары ла (12,7 миллиард һум, субсидия - 243 миллион һум) бар.