Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Апреля , 09:51

Ҡайҙалыр үлән яна, ҡайҙалыр һыу таша...

Уҙған тәүлектә Әлшәй, Учалы һәм Ейәнсура райондарында дөйөм майҙаны 13 гектарҙа 3 ландшафт янғыны булған. Кирилл Первов янғындар һәм ташҡын тураһында актуаль мәғлүмәттәр менән бүлеште.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡайҙалыр үлән яна, ҡайҙалыр һыу таша...Ҡайҙалыр үлән яна, ҡайҙалыр һыу таша...
Ҡайҙалыр үлән яна, ҡайҙалыр һыу таша...

Уҙған тәүлектә 112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә яҙғы ташҡын менән бәйле 24 хәбәр килгән.

12 муниципаль берәмектә 14 хәл контролдә тотола:

- 5 юл участкаһында хәрәкәт сикләнгән (Белорет, Иглин һәм Мәсетле райондары, Өфө ҡалаһы);

- Көйөргәҙе районында юл йыуылған;

- 7 күперҙе һыу баҫҡан: Баҡалы, Бишбүләк, Стәрлетамаҡ (2), Ҡырмыҫҡалы, Баймаҡ һәм Ишембай райондарында;
- Юрмаш йылғаһының күтәрелеүе менән бәйле Өфө ҡалаһында баҡса участкаларының 86 йорт яны биләмәһен һыу баҫҡан (Снт Юрмаш, Снт Рябинушка, Снт Авангард).

Һыу кимәленең иң ҙур күтәрелеүе түбәндәге йылғаларҙа билдәләнә:
- Нуриман районының Ҡыҙыл ключ ауылы янында Ҡариҙел йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +104 см, ағымдағы кимәле 286 см; хәүефле кимәле 637 см;
- Өфө районының Булгаков ауылы янында Өршәк йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +82 см, ағымдағы кимәле 290 см, хәүефле кимәле 612 см;
- Дәүләкән ҡалаһында Дим йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +63 см, ағымдағы кимәле 347 см, хәүефле кимәле 370 см;
- Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылы янында Әй йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +57 см, ағымдағы кимәле 362 см, хәүефле кимәле 922 см.

Мәсетле районының Яңы Яуыш ауылында Әй йылғаһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары, шулай уҡ хәрби шартлатыусылар тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторҙо. Йылғаның был участкаһында 31 мартта КА-32 вертолетында территорияны урап үткәндә боҙ тығыны асыҡлана. Шартлау эштәрен үткәреү кәрәкмәй, аэрокәмәлә иҫкәртеү саралары үткәрелгәндән һуң, тығындар урынынан күсә, йылға боҙҙан таҙартыла.

Шулай уҡ уҙған тәүлектә Әлшәй, Учалы һәм Ейәнсура райондарында дөйөм майҙаны 13 гектарҙа 3 ландшафт янғыны булған. Янғындар һүндерелгән.

Ҡайҙалыр үлән яна, ҡайҙалыр һыу таша...
Ҡайҙалыр үлән яна, ҡайҙалыр һыу таша...
Автор:Баныу Ҡаһарманова