

Рәсәйҙә 1 апрелдә Мәскәү ваҡыты буйынса төнгө сәғәт 11-ҙән 2 апрелдә Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 7-гә тиклем һауанан һаҡланыу системаһы 147 украин пилотһыҙ аппаратын тотоп ала һәм юҡ итә. Был хаҡта Рәсәй Оборона министрлығынан хәбәр иттеләр.
БПЛА-лар Белгород, Брянск, Воронеж, Курск, Смоленск, Тула, Калуга өлкәләре, Краснодар крайы, Ҡырым, Адыгея, Башҡортостан, территориялары, Ҡара һәм Аҙау диңгеҙҙәре акваториялары өҫтөндә бәреп төшөрөлгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы индерелде. Һуңыраҡ республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров Өфөгә террористик һөжүм тураһында белдерҙе.
Өфөнөң Ғафури урамындағы торлаҡ йортона БПЛА килеп бәрелә.
Прокуратура йортта йәшәүселәр өсөн «ҡыҙыу линия» ойошторҙо. Ғафури урамы хәүефһеҙлек өсөн ябылған.
Мысырҙан һәм Вьетнамдан Өфөгә осоусы самолеттарҙы Екатеринбург аэропортына йүнәлтәләр, ә Өфө аэропорты ваҡытлыса эшен туҡтата.