Янғын бөтә подъезды аяҡҡа баҫтырған!

Өфөнөң Киров районындағы янғында 10 кеше ҡотҡарылған, береһе бик ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған.

Янғын бөтә подъезды аяҡҡа баҫтырған!Янғын бөтә подъезды аяҡҡа баҫтырған!
Янғын бөтә подъезды аяҡҡа баҫтырған!

31 мартта БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Киров урамындағы күп фатирлы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Янғын өсөнсө ҡаттағы өс бүлмәле фатирҙа була.

Ут кухняла 4 кв.м. майҙандағы өй мөлкәтенә зыян килтергән.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәренең берҙәм эш итеүе арҡаһында төтөнлө зонанан ҡотҡарыу ҡоролмалары ярҙамында 10 кеше, шул иҫәптән өс бала ҡотҡарылған. Янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем 70 кеше, шул иҫәптән 20 бала, үҙ аллы эвакуацияланған.

Янғын һөҙөмтәһендә 47 йәшлек ир яныу продукттары менән ағыуланып, 21-се ҡала клиник дауаханаһына оҙатылған, хәле ауыр.

Янғын һүндерелгән. Сәбәбе һәм матди зыян күләме асыҡлана. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тикшереүсеһе эшләй.

Электр селтәренә артыҡ көсөргәнеш бирмәгеҙ!

Төнгөлөккә гаджеттарҙы зарядкала ҡалдырмағыҙ.

Карауатта тәмәке тартмағыҙ.

Автономлы янғын иҫкәрткесен алып ҡуйығыҙ - ул ғүмерҙәрҙе һаҡлай!

Фото: https://web.max.ru/-69197923551776

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас