

Олимпиада еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы мәктәптең тамашалар залында үтте. Еңеүселәрҙе район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ринат Ғирфанов, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев, район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Хәкимов, инженерлыҡ мәктәптәрен үҫтереү фонды директоры Фәнүр Йәһүҙин тәбрикләне. Улар сығыштарында иң ғилемле һәм аҡыллы уҡыусыларҙы асыҡларға ярҙам иткән олимпиада балалар өсөн ҙур этәргес булыр тигән ышаныс белдерҙе.
Иң тулҡынландырғыс минуттар - «Ғилем» олимпиадаһының еңеүселәрен иғлан итеү. Йөҙҙәре шатлыҡтан балҡыған малайҙар һәм ҡыҙҙар грамоталар һәм ҡиммәтле бүләктәр алды. Бер-бер артлы сәхнәгә райондың иң алдынғы, әүҙем уҡыусылары сыҡты. Физика буйынса еңеүсе – Асҡарҙың Таһир Кусимов исемендәге 7-се класы уҡыусыһы Усман Теләүғолов (уҡытыусыһы Д.Ю. Камалова) бөтә фәндәрҙән яҡшы өлгәшә, төрлө кимәл олимпиада-конкурстарҙа еңеүҙәре күп. “Мин “Ғилем” олимпиадаһында беренсе тапҡыр ҡатнашам. Үҙемдең яратҡан фәнем – физика буйынса белемемде һынап ҡарарға булдым. Заданиелар ҡатмарлы булһа ла, тиҙ эшләй алдым, сөнки уҡытыусым Дилара Юлай ҡыҙы һәм атайым менән ныҡлы әҙерләндем. Әлбиттә, еңеүем өсөн ныҡ ҡыуандым. Киләһе йылдарҙа яратҡан дәрестәрем химия һәм башҡорт теле буйынса ҡатнашып ҡарарға теләйем”.
Буранғол урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нәйлә Ғибәҙәтова үҙенең уҡыусыһы Миләүшә Шаһивәлиеваның еңеүе тураһында ғорурлыҡ менән һөйләй:
-Был олимпиадала икенсе йыл ҡатнашабыҙ. Былтыр ике уҡыусым Миләүшә Шаһивәлиева менән Дилара Ғәбитова үҙҙәрен һынап ҡараны һәм призлы урындар яуланы. Быйылғы олимпиада ҙур еңеү килтерҙе – 8-се кластан Миләүшә Шаһивәлиева беренсе урынға лайыҡ булды. Мин уҡыусым өсөн бик шатландым, ул башҡорт телен, тарихын яратҡан тырыш ҡыҙыҡай. Уҡыусылар өсөн башҡорт теленән олимпиада үткәрелеүе, әлбиттә, ҡыуаныслы. Балаларыбыҙ рус теленә үтә бирелеп, телебеҙ онотола барған ваҡытта, был олимпиада балаларҙа телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Барлыҡ уҡыусылар бүләктәр алып, ҡанатланып ҡайтты. Уҡыусыңдың еңеүе - педагогтың эш һөҙөмтәһен таныу. Һәр эште ваҡытында күреп, баһалай белеү кәрәк. Был, йәһәттән, "Ғилем"олимпиадаһын ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, - тине Нәйлә Камил ҡыҙы.
Миләүшә Шаһивалиева, Буранғол мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы:
- «Ғилем» олимпиадһында ҡатнашыу миңә бик окшаны. Минең өсөн иң ауыры - тәүге минуттарҙағы тулҡынланыуҙы еңеү ине. Заданиелар ҡыҙыҡлы булды, бөтә иғтибар-зиһенде туплауҙы талап итте. Бирелгән ваҡытта эшләп өлгөрмәҫмен тип борсолғайным. Әлбиттә, еңеүемә былтырғы тәжрибәм ярҙам иткәндер тип уйлайым. Миңә ышаныс белдергән, ваҡытын йәлләмәй олимпиадаға әҙерләгән уҡытыусым Нәйлә Камил ҡыҙына башҡорт теленә һөйөү уятҡан өсөн рәхмәт!
"Ғилем" уҡыусыларҙың белемен тикшереү генә түгел, райондың иң аҡыллы, көслә һәм ғилемле уҡыусыларын асыҡлау майҙансығына әүерелде. Олимпиада тамамланды һәм уның һөҙөмтәләре Әбйәлил районының тырыш, зирәк малайҙарын һәм ҡыҙҙарын яңы белем үрҙәренә әйҙәһен. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!