Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Апрель , 05:10

«Башкирская домохозяйка» ғәжәпләндереүен дауам итә

Был юлы ул үҙенсәлекле бейеү башҡарып, барыһын да шаҡ ҡатыра.

«Башкирская домохозяйка» ғәжәпләндереүен дауам итә«Башкирская домохозяйка» ғәжәпләндереүен дауам итә
«Башкирская домохозяйка» ғәжәпләндереүен дауам итә

Блогер Миләүшә Шәйхлисламова яҙылыусыларын  төрлө контент менән ҡыуандырыуын дауам итә. Был юлы ул халат кейеп кенә  ғәҙәти булмаған ҡыҙыҡ бейеүҙәре менән хайран ҡалдыра һәм тәүге тапҡыр ире менән танышыуҙың романтик шарттарҙа үтеүен һөйләй.

Миләүшә,  уның ике туған һеңлеһенә ҡунаҡҡа барғанда таныштыҡ, ти.

Йәш ҡыҙҙар егеттәр менән танышырға  өмөтләнеп, ретро-клубҡа барырға ниәтләй. Көндөң болотло һәм ямғырлы  булыуына ҡарамаҫтан, Миләүшә аҡ кейем һайлай: аҡ джинсы, футболка һәм кроссовкалар.

–Черниковка урамдары буйлап китеп барам, һәм ҡапыл ҙур тиҙлектә үтеп барған машина мине аяҡтан башыма тиклем күләүек менән  ҡойондороп үтә.

Мин хатта ҡысҡырып ебәрҙем, ә машина туҡтаны. Матур сәсле оҙон буйлы ир сығып, ғәфү үтенде, бысраҡ сепрәк сығарып,  мине һөртә башланы, — тип хәтерләй блогер.

Миләүшә асыуланып, ирҙән уның аҡыллы теүәлме әллә юҡмы икәнлеген һорай.

Яуап итеп, яңы танышы уны кейемен алмаштырыу өсөн йортона алып барырға тәҡдим итә, ә Һуңынан Черниковкаға кире алып килә. Һөҙөмтәлә ул ретро-клубта ҡыҙҙарҙың компанияһына ҡушыла. Ошо кистән Миләүшә һәм Альберттың  мөхәббәт тарихы башлана.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас