

Был мөһим ваҡиға студенттарҙы, уҡытыусыларҙы, хәрбиҙәрҙең туғандарын һәм яҡындарын берләштерҙе. Хәтер стенаһында – ҡасандыр ошо уҡыу йортонда белем алған, һуңынан Ватанды һаҡлаусылар сафына баҫып, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән йәш егеттәрҙең исемдәре.
Геройҙар тураһында иҫтәлек – беҙҙең дөйөм бурыс. Бындай мемориалдар һағыш билдәһе булһа ла, ғорурлыҡ, илһөйәрлек һәм үҫеп килеүсе быуын өсөн тәрбиә сығанағы булып тора.
Фото: "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите сайтынан.