Һуңғы шартлауҙар

Яҙғы ташҡын быйыл, дөйөм алғанда, имен-аман ғына үтеп бара, буғай. Һәр хәлдә ҡурҡыныс сюрприздар юҡ. Кисә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Сөн йылғаһында боҙҙо шартлатты. Был миҙгелдә ул һуңғыһы булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һуңғы шартлауҙарҺуңғы шартлауҙар
Һуңғы шартлауҙар

Ошоға тиклем Инйәр, Өршәк, Әй һәм Йүрүҙән йылғаларында боҙҙо шартлатҡайнылар. Боҙ тығыны барлыҡҡа килеп, йылғаларҙа һыу ташмаһын өсөн башҡарыла иҫкәртеү сараһы.

Ташҡын тураһында актуаль мәғлүмәт менән бүлешеп, Кирилл Первов, уҙған тәүлектә 112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә яҙғы ташҡын менән бәйле 26 хәбәр килеүен белдерҙе:

- 8 муниципаль берәмектә ташҡын арҡаһында юл участкаларында хәрәкәтте сикләү һәм күперҙәрҙе һыу баҫыу менән бәйле 9 хәл контролдә тотола (Баймаҡ, Белорет, Иглин, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Бишбүләк, Стәрлетамаҡ райондары һәм Өфө ҡалаһы). Һыу кимәленең иң ҙур күтәрелеүе түбәндәге йылғаларҙа күҙәтелә:

Дәүләкән районының Ҡамсылытамаҡ ауылында Өршәк йылғаһында - тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +180 см, ағымдағы кимәле 419 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыу кимәле 672 см;

Өфө ҡалаһында Дуҫлыҡ монументы районында Ағиҙел йылғаһында - тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +157 см, ағымдағы кимәле 125 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыу кимәле 600 см;

Дыуан районының Мәсәғүт ауылы янында Әй йылғаһында - тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +62 см, ағымдағы кимәле 313 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыу кимәле 374 см;

Стәрлетамаҡ ҡалаһында Стәрле йылғаһында тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +58 см, ағымдағы кимәле 370 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыу кимәле 445 см.

Бөгөн республиканың төньяҡ-көнсығышында Өфө, Әй һәм Йүрүҙән йылғаларының хәүефле участкаларының торошон баһалау өсөн КА-32 янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолетында осоу планлаштырылған.

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Һуңғы шартлауҙар
Һуңғы шартлауҙар
Һуңғы шартлауҙар
Һуңғы шартлауҙар
Һуңғы шартлауҙар
Автор:Баныу Ҡаһарманова