Таштуйҙа — Наурыҙ байрамы

Әбйәлил районы Таштуй ауылында Наурыҙ байрамы үткәргәндәр.

Таштуйҙа — Наурыҙ байрамыТаштуйҙа — Наурыҙ байрамы
Таштуйҙа — Наурыҙ байрамы

  Ауыл кулбы мөдире Наилә Арғынбаева байрамдың символын алдан уҡ әҙерләгән,  яңы тормош билдәһе булған иген үҫтергән.  

“Иртән иртүк  ауыл клубы алдындағы  майҙанға балалар һәм ололар йыйылды. Барыһын да шунда уҡ утта бешерелгән   бойҙай бутҡаһы менән һыйланылар.  Байрамды ойоштороуҙа  Дилә Ғәлиуллина етәкселегендә ауылдың   ҡатын-ҡыҙҙар советы, уҡытыусылар, “Гөрләүек” фольклор ансамбле  әүҙем ҡатнашты.  

Байрам яҙ кеүек йылы һәм  сағыу булды. Ҡояш та  яҡты нурҙарын йәлләмәне. Ҡатнашыусылар  төрлө уйындарҙа ҡатнашты, йырланы, бейене. “Наурыҙ” байрамы  бер йылға етерлек күтәренке кәйеф  һәм көс-дәрт бирҙе”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша кешеләр социаль селтәрҙәрҙә.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас