Түрәгә "срок"ты арттырғандар

Салауат ҡалаһының элекке мэры тураһында һүҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Түрәгә "срок"ты арттырғандарТүрәгә "срок"ты арттырғандар
Түрәгә "срок"ты арттырғандар

Башҡортостандың Юғары суды Игорь Мироновҡа ҡарата хөкөм ҡарарын тағы ла ҡәтғиләштерҙе, тип хәбәр итәләр республика судтарының берләштерелгән матбуғат хеҙмәтенән.

Миронов мэр булып эшләгәндә вазифаһынан артыҡ файҙаланған. Уға былтыр октябрҙә өс йыл колонияла ултырыу язаһы бирелгәйне. Хәҙер тағы ҡайһы бер ярамаған ҡылыҡтары асыҡланған да, йәнә өс йыл өҫтәлгән. 

Был әфәнде колонияла алты йыл ултырасаҡ. Һәм 2,5 йыл власта вазифа биләүҙән мәхрүм ителде. 

Мироновтың, "бур төрмәлә ултырырға тейеш", тигән пенсионерка менән судлашыуы тураһында ла хәбәр таралғайны. Дөрөҫ әйткән булып сыға бит ҡатын...

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Алһыу Ишемғолова