Имбирь сәйе

Ул һомғол кәүҙәле булырға теләүселәр өсөн  файҙалы.

Имбирь сәйеИмбирь сәйе
Имбирь сәйе

   Уны әҙерләү өсөн 1, 5 литр ҡайнар һыуға эре итеп туралған 2 ҡалаҡ имбирь, бер балғалаҡ  йәшел сәй,  2 ҡалаҡ лимон һуты, бер балғалаҡ бал ҡушып, (бер аҙ бөтнөк үләне лә өҫтәргә мөмкин) термосҡа һалып, яҡшы итеп ябырға һәм бутарға.  30 минут төнәткәндән һуң  шифалы сәй әҙер.   1,5 литр сәйҙе  көн дауамында эсергә тәҡдим ителә.  Иң яҡшыһы йоҡлар алдынан эсергә, сөнки имбир тынысландыра, ә йәшел сәй  бәүел ҡыуҙыртыу үҙенсәлегенә эйә.  Артыҡ килограмдар ҙа  китер, авитоминоз кәмер, иммунитет нығыр һәм кәйефегеҙ ҙә күтәрелер. Сәйегеҙ тәмле булһын!

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас