

Лира Фәхри ҡыҙы Фәйзуллина (ҡыҙ фамилияһы Мәхмүтова) 1936 йылда Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуған. Шул уҡ райондың Үтәк ауылында уҡытыусы булып эшләй. 1956 йылда «Өфөлә башҡорт радиоһы һәм телевидениеһы булдырыла» тигән хәбәр ишетеп, дикторҙар конкурсында үҙен һынап ҡарарға була. Тиҙҙән уның тауышы радио аша бөтә Башҡортостанға яңғырай ҙа башлай.
Артабан Мәскәүҙә дикторҙар курсында уҡый, күренекле СССР дикторҙары — Юрий Левитан, Ольга Высоцкая, Людмила Кайгородоваларҙан һөнәр оҫталығына өйрәнә. Өфө сәнғәт училищеһында Гөлли Мөбәрәкова, Абдулла Ғиләжевтан һабаҡ ала.
40 йылдан ашыу диктор булып эшләй, рус телендәге тиҫтәләгән фильмдарҙы башҡортсаға тәржемәләүҙә ҡатнаша. Рәсимә Кәримова, Әхәт Мортазин кеүек дикторҙар менән бер рәттән, уның тауышы тиҫтәләгән йылдар буйына көндән-көн Башҡортостан радиоһын танытып торған тауыш була.
Лира Фәхри ҡыҙы шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ та билдәле.
Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә Өфө ҡалаһы, З.Вәлиди урамы,7 адресы буйынса була.