Депутаттар 31-се ултырышҡа йыйылды

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда парламенттың утыҙ беренсе ултырышы асылды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Депутаттар 31-се ултырышҡа йыйылдыДепутаттар 31-се ултырышҡа йыйылды
Депутаттар 31-се ултырышҡа йыйылды

Ултырыш 2025 йылға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләре тураһындағы отчет тыңлауҙан башланды.
Көн тәртибенә 50-гә яҡын мәсьәлә индерелде. Уларҙың күп өлөшө республика закондары проекттарын тикшереүгә бәйле.
Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы ҡарарҙары проекттарын һәм Дәүләт Думаһынан килгән федераль закон проекттарын тикшерелә.

Депутаттар Елена Анатольевна Теняеваны Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе вазифаһына тәғәйенләне. Уның кандидатураһын республика парламентына Радий Хәбиров тәҡдим иткәйне.
Елена Теняеваның кандидатураһына ҡарата Рәсәй Федерацияһының Иҫәп палатаһы ла ыңғай һығымта бирҙе.
Фото: Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сайтынан.

 

Депутаттар 31-се ултырышҡа йыйылды
Депутаттар 31-се ултырышҡа йыйылды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас