Гастрит, ашҡаҙан сей яраһы, шулай уҡ төрлө хроник сирҙәр киҫкенләшкән мәлдә ҡаты итеп бешерелгән йәшел сәй менән мауығырға ярамай.
Файҙаһы күберәк булһын өсөн уны дөрөҫ итеп һайларға, һаҡларға һәм әҙерләргә өйрәнергә кәрәк.
- Сәйҙең сифатының төп күрһәткесе – уның төҫө. Ни тиклем аҡһылыраҡ, сорты ла шул тиклем яҡшыраҡ.
- Сәй тоноҡ һәм һынған япраҡтары күп икән, был уның ҡулланыу ваҡыты сығыуын күрһәтә.
- Йәшел сәйҙе ныҡ ҡаты итеп бешерергә ярамай. Унда танин менән кофеиндың күп булыуы сәбәпле, сәй үҙенең тәмен һәм шифалы үҙенсәлектәрен юғалта һәм баш ауыртыуына, йоҡоһоҙлоҡҡа килтереүе ихтимал.
- Йәшел сәйҙе ас ҡарынға эсеү тыйыла. Иң яҡшыһы – ашағандан һуң ярты сәғәт үткәс эсергә, ул аш эшкәртеү органдарының эшмәкәрлеген яҡшыртыр.
- Бер ваҡытта ла дарыуҙы йәшел сәй менән эсергә ярамай, ундағы танин дарыуҙарҙы үҙләштерергә бирмәйәсәк.
- Ҡоро сәй үҙенең хуш еҫен юғалтмаһын өсөн иң яҡшыһы уларҙа ҡапҡасы ныҡ итеп ябылған быяла һәм ағас һауытта һаҡларға кәрәк.