

Тирәк бөрөһө бактерияларға ҡаршы тороу көсөнә эйә. Ә ҡара тирәк бөрөһөн температураны төшөрөү һәм тынысландырыу сараһы булараҡ ҡулланалар. Унан әҙерләнгән төнәтмәне туберкулез менән ауырығанда, арығанда, ашҡаҙан ауыртҡанда, ҡан ағышын туҡтатыу өсөн һәм ревматизмдан эсәләр. Сәс ҡойолғанда башҡа һөртөргә мөмкин. Төнәтмә әҙерләү өсөн бер ҡалаҡ тирәк бөрөһөнә 100 мл спирт ҡойоп, 8 – 10 көн йылы урында төнәтергә. Әҙер төнәтмәне көнөнә ҡс тапҡыр 15 – 20 тамсы эсергә.
Теш һыҙлағанда бөрөнө бинтҡа урап, ауыртҡан тешегеҙгә ҡуйығыҙ һәм тешләгеҙ. Бер тәүлек шулай йөрөргә тура килер. Һыҙлауы баҫылыр, әммә тешегеҙҙе тулыһынса һауыҡтырыу өсөн табипҡа барырға тура килер.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.