Мәҫкәү ауылында бер аҙнала ике янғын сығып, ике ауылдаштарын ерләнеләр

Өй хужаһы иртә менән күршеләрен ҡотҡарған. Бер нисә сәғәттән үҙе янған...

Мәҫкәү ауылында бер аҙнала ике янғын сығып, ике ауылдаштарын ерләнеләрМәҫкәү ауылында бер аҙнала ике янғын сығып, ике ауылдаштарын ерләнеләр
Мәҫкәү ауылында бер аҙнала ике янғын сығып, ике ауылдаштарын ерләнеләр

Учалы районы Мәҫкәү ауылы халҡы өсөн март аҙағы фажиғәле ваҡиғалар менән хәтерҙә ҡала, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. 22-һе көнө, алдан яҙғаныбыҙса, 64 йәшлек Ә. һәм уның 57 йәшлек ҡатыны Р.-ның йорттары янып китә. Бәлки, сығып та өлгөрөрҙәр ине, газ шартланы, ти ауылдаштары, әле ул фараз тикшерелә. Нимәһе уйландыра – Ә. иртә менән генә күршеләренә инеп сыҡҡан була, улар мейес яҡҡан да йүшкәләрен яҡшылап асырға онотҡан. Иҫһеҙ ир менән ҡатынды ҡотҡарып, бер нисә сәғәттән үҙҙәре улар урынына китәсәген белһә икән...

Оло улдары махсус хәрби операцияға юлланған, инде байтаҡ хәбәре булмағас, фажиғәнең икенсе көнөнә военкоматҡа саҡыртҡандар. Ҡайғы өҫтөнә ҡайғы.

27 март көнө икенсе урамдағы өйҙә лә янғын сыға. Был юлы – электр сымдарынан, ти белгестәр. Йәш ғаилә күрше өлкәгә ҡунаҡҡа юлланған була, кире боролорға тура килә. Солан, өй башы янып өлгөрә.

Һаҡ булығыҙ! Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас