“Ете ҡыҙ” – Дағстанда

 "Ете ҡыҙ" йәмәғәт ойошмаһының бер төркөм әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары Дағстан республикаһында "Йөрәктәр берҙәмлеге: Дағстан Һәм Башҡортостан - Берҙәмлек йылында» тип аталған ҙур сарала ҡатнашты.

“Ете ҡыҙ” – Дағстанда“Ете ҡыҙ” – Дағстанда
“Ете ҡыҙ” – Дағстанда


Был мәртәбәле форум төбәктәр араһында берҙәмлек, дуҫлыҡ күперен нығытыуға йүнәлтелде.

Осрашыуҙа Дағстандан махсус хәрби операция яуирҙарының әсәләре һәм ҡатындары ҡатнашты. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты, кисерештәре менән бүлеште һәм бер-береһенә ярҙам итергә килеште.

Кешелек сифаттары милләткә ҡармай. Ил ҡатындарының бер генә теләге - тиҙерәк ил-йортҡа тыныслыҡ килеп, уландар, ирҙәр тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын.

"Ете ҡыҙ" эшмәкәрлеге тураһында ойошма етәксеһе Ләйсән Рабаданова бәйән итте. Гуманитар ярҙам күрһәтеү эше нисек башланған, рухташтар менән нисек берләшкәндәр, йәмәғәт ойошмаһының бөгөнгө көндә уңышлы эшләп килеүе нимәлә - Дағстан йәмәғәтселеген барыһы ла ҡыҙыҡһыныу уятты.

Ял көндәренә тәғәйенләнгән осрашыуҙар ысын мәғәнәһендә бай һәм йөкмәткеле булды.

Дағстан ҡатын-ҡыҙҙар Союзы ағзалары менән осрашыу ҙа күңелдә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Берлек етәксеһе Хасайбат Валиева сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, төбәктәр араһында бәйләнештәрҙе нығытыуҙың мөһимлегенә иғтибарҙы йүнәлтте.

"Ете ҡыҙ" ойошмаһының әүҙем ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльмира Юлдашеваның шиғри һүҙе йөрәктәргә үтте.
Дағстан ҡатын-ҡыҙҙар Союзы Президиумы ағзаһы Рена Исмиева уҡыған шиғырҙы ла яратып ҡабул иттеләр. Әйтергә кәрәк, был ике сығыш - осрашыуҙың кульминацияһы булды.

 

Ысынлап та, берҙәмлек, бер-береңә ярҙам итеү - милләткә, кешенең сығышына, ерлегенә ҡарамағанлығына инандыҡ был сараларҙа.

«Ете ҡыҙ» ойошмаһы ағзалары Дағстан ҡатын-ҡыҙҙар Союзы рәйесе Хасайбат Валиева менән бергә Махачкала ҡалаһында МХО яугиҙарының «Беҙҙең заман Геройҙары» III конференцияһында ҡатнашырға өлгөрҙө. Сара Дағстан Башлығы Сергей Меликов башланғысы менән ойошторола. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе, уларҙың ғаилә ағзаларын, власть органдары вәкилдәрен һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен берләштерләштергән мәртәбәле конференцияның маҡсаты - ныҡлы бәйләнеш булдырыу, тура диалог ойоштороу. Сөнки нәҡ ошондай сараларҙа яугирҙар һәм уларҙың яҡындары үҙҙәрен борсоған һорауҙарға тулы һәм ентекле яуаптар ала.

 

Тематик секциялар сиктәрендә социаль яҡлау, медицина, мәғариф һәм башҡа мәсьәләләр ҙә ҡаралды.

 

"Ете ҡыҙ" ойошмаһы ҡыҙҙары Дағстан Республикаһы Башлығы Сергей Алимович Меликов менән дә осрашты. Әңгәмә барышында Сергей Алимович атаһы Алим Меликов тураһында хәтирәләр менән уртаҡлашты.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Башҡортостанда Алим Меликовты хөрмәт менән иҫкә алалар, Өфөлә уның исемен йөрөткән урам да бар.

“Ете ҡыҙ” ойошмаһы төркөмөнән.

“Ете ҡыҙ” – Дағстанда
“Ете ҡыҙ” – Дағстанда
“Ете ҡыҙ” – Дағстанда
“Ете ҡыҙ” – Дағстанда
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас