

Билдәле булыуынса, Оло Юшатыр йылғаһында һыу кимәле ҡапыл күтәрелгән. Һөҙөмтәлә Яҡут һәм Яңы Мораптал һәм башҡа ауылдарға сыҡҡан күпер һыу аҫтында ҡала. Башлыҡ халыҡҡа Ҡыҙыл Маяк ауылы аша урау юл менән файҙаланырға кәңәш итә.
- Тракторҙар һәм бейек машиналар ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә сыға ала. Шуға ҡарамаҫтан, юлсылар юл йөрөүҙе тыйыу билдәһен ҡуйҙы. Яҡут халҡына ашығыс аҙыҡ-түлек йәки медикаменттар кәрәк булғанда ауыл хакимиәте башлығына мөрәжәғәт итергә кәңәш ителә, - тип яҙҙы Лира Тереғолова социаль селтәрҙә.