

Талпандан һаҡланыуҙың иң яҡшы ысулы – вакцина эшләтеү. Әммә уны урманға сығырған бер ай алда эшләтергә кәрәк. Ә инде вакцина эшләтмәгән осраҡта талпандан һаҡланыу өсөн махсус кейем ярҙам итә. Йәғни талпан үтеп инә алмаҫлыҡ итеп кейенергә кәрәк. Һәм урмандан ҡайтҡас, өҫтө яҡшылап тикшереп сығырға оноторға ярамай.
Талпан бер нисә инфекция ауырыуы таратырға һәләтле. Шуларҙың иң киң таралғаны – энцефалит менән борреллиоз. Талпан энцефалиты үҙәк нервы системаһын зарарлаусы ауыр сир. Талпан борреллиозы таяныу-хәрәкәт аппаратына, нервы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына кире йоғонто яһап, кеше бер ай эсендә инвалид коляскаһына ултырыуы ихтимал.
Талпан ҡаҙалған осраҡта сәләмәтлеккә зыян булмаһын өсөн нимә эшләргә?
Беренсенән, махсус медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ә инде бындай мөмкинлек булмаһа, талпанды һаҡ ҡына тартып сығарырға һәм ҡапҡаслы быяла һауытҡа һалып, өс көн эсендә лабораторияға тапшырырға. Ғөмүмән, өс көндә медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Икенсенән, талпанды сығарғанда уның башы йәки башҡа ере өҙөлөп ҡалырға тейеш түгел, ундай бөжәкте лабораторияға алмайҙар.
Өсөнсөнән, күптәр талпанды сығарыу өсөн май, һабын күпереге һөртөргә тәҡдим итә, был да дөрөҫ түгел. Хәҙер махсус пинцеттар һәм башҡа ҡоралдар бар, ҡоро килеш кенә сығарып алырға кәрәк.
Талпанды лабораторияға тапшырғандан һуң, уның зарарлы булыуы асыҡланһа, талпан ҡаҙалған кешегә бушлай прививка эшләнә.
Әйткәндәй, талпан энцифалиты кәзә һөтө аша ла кешегә йоғоуы ихтимал. Шунлыҡтан бындай һөттө ҡайнатып, йәиһә ҡайнар хәлгә еткәнсе эҫетеп кенә эсергә ярай.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.