

Ул апаһы, уның икенсе әсәһе булған ғәзиз кешеһенең тыуған көнөнә ҡайтҡан. Билдәле булыуынса, Рөстәмдең атаһы, әсәһен үлтереп, төрмәгә эләккәндән һуң етем ҡалған балаларҙы тәрбиәгә ала.
- Бөгөн - минең тормошомда бик мөһим булған кешемдең тыуған көнө. Апайымдыҡы. Тик минең өсөн ул - икенсе әсәйем. Барыһы өсөн дә рәхмәт апайыма, күңел йылылығын йәлләмәгән өсөн, ауыр миҙгелдәрҙә беҙҙе ташламағаны өсөн. Һин - минең тормошомдоң ҙур бер өлөшө биләйһең, - тип яҙа блогер ҡотлауында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рөстәмдең апаһының улы МХО хәбәрһеҙ юғала. Тыуған көнөндә лә ҡатын улының ҡайтыуын теләп торттың шәмен һүндерә.