Илһөйәр йөрәк, эскерһеҙ хеҙмәт…

Рафаэль Нурхәкимов – хәрби табип. Ул күп башҡорт егеттәре кеүек  махсус хәрби  операция биләмәһендә Ватан алдындағы  бурысын үтәй, яраланған яугирҙарҙы ҡотҡара.  

Илһөйәр йөрәк, эскерһеҙ хеҙмәт…Илһөйәр йөрәк, эскерһеҙ хеҙмәт…
Илһөйәр йөрәк, эскерһеҙ хеҙмәт…

 

“Хәким” позывнойлы табиптың һәр көнө –  кеше ғүмерҙәре өсөн көрәш. Уның ҡулында – кешеләр яҙмышы. Оҙайлы көндәргә һуҙылған көсөргәнешле һәм тынғыһыҙ хеҙмәтен ҡалдырып, әле ул тыуған яҡтарына ялға ҡайтты.

“Оҙаҡ ваҡыт отпускаға ҡайта алманым. Ял алыуым ғаиләбеҙ өсөн ҡайғылы мәл менән бәйле – Нефтекамала йәшәгән атайым вафат булып ҡалды. Яҡын кешемде юғалтыуҙы  бик ауыр кисерҙем.

Ялды ғаиләм , балаларым янында үткәрәм.  Ваҡ-төйәк эштәр ҙә йыйылып киткән. Шул тиклем тыныс тормош һағындырған. Тыуған яҡтарға ҡайтыу  –эшемдән ял итеү генә түгел,  һуғыш яланында күргәндәрҙән бер аҙ онтолоп, яҡындарым менән аралашып, күңелде дауалап алыу ҙа. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатайым да, Ленинград блокадаһында булған өләсәйем дә : “Беҙ күргән-кисергәнде, балалар, һеҙгә күрергә яҙмаһын! Һуғыштар булмаһын!”, – тип теләй торғайны. Балалыҡ аҡылым менән был һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә артыҡ әһәмиәт бирмәгәнмен. Хәҙер үҙем, ут эсендә йөрөгән кеше булараҡ, тыныс тормоштан, кеше ғүмерҙәренән дә ҡәҙерлерәк нәмә юҡлығын аңлайым, – ти ул.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас