Ҡарағат бөрөһө организмды таҙарта

Ҡыҙыл һәм ҡара ҡарағаттан әҙерләнгән препараттар бик яҡшы организмды таҙартыу сараһы булып тора. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡарағат бөрөһө организмды таҙартаҠарағат бөрөһө организмды таҙарта
Ҡарағат бөрөһө организмды таҙарта

 Улар бәүел һәм үт ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә, тире бүленеп сығыуға булышлыҡ итә.   Ә тире  һәм бәүел менән бергә  организмдан артыҡ тоҙҙар ҙа сыға, аш эшкәртеү көйләнә, эсәктәрҙең флораһы яҡшыра.  

 Ҡара ҡарағаттың бөрөһөндә, япраҡтарында һәм ботаҡтарында  организмдан  ҡурғаш, кобальт, терегөмөш кеүек ныҡ ағыулы металдарҙың тоҙҙарын сығарырға һәләтле  матдәләр бар.    

Унан  витаминлы сәй әҙерләйҙәр.  Бының өсөн бер балғалаҡ кипкән бөрөнө бер стакан ҡайнар һыуға һалырға  һәм 20 минут төнәтергә. Һуңынан һөҙөп алып эсергә мөмкин.   Сәләмәтлеккә файҙаһы булһын өсөн    көнөнә 2 – 3 тапҡыр берәр стакан эсергә кәңәш ителә.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина