Ҡот осҡос хәл!

Башҡортостанда 2025 йылда туғыҙ йәшлек бала урам бесәйенән тешләнгәндән һуң вафат булған. Өлкән кешенең дә башына бесәй еткән. Ул быйыл ҡотороу сиренән һәләк булған.

Ҡот осҡос хәл!Ҡот осҡос хәл!
Ҡот осҡос хәл!

Был хаҡта матбуғат конференцияһында табип-эпидемиолог Надежда Байметова һөйләгән. Урам бесәйе менән уйнағанда, сирле хайуан баланы тырнай, тешләй. Табип әйтеүенсә, ата-әсә шунда уҡ дауаханаға бармаған, байтаҡ ваҡыт үткәс кенә ярҙам һорағандар. Шуға күрә баланы ҡотҡара алмағандар...

2025 йылда хайуандарҙан тешләнеп йәки шайығына буялып, медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итеүҙәр һаны бик күп: 11 меңдән ашыу осраҡ теркәлгән, был уҙған йылдарҙағы уртаса күрһәткестәрҙән 27 процентҡа юғарыраҡ.

Кешеләр йыш ҡына бесәйҙәрҙән һәм эттәрҙән зыян күрә. Ҡырағай хайуандарҙан зыян күреүселәр һирәгерәк. Ниндәй осраҡта ла, хайуан саҡ ҡына тырнаһа ла, шайығы эләкһә лә, тиҙ арала дауаханаға барыу мотлаҡ! 

Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы етәксеһе Анна Казак йорт хайуандарына ҡотороуҙан йыл һайын прививка яһатырға кәңәш биргән конференцияла.

Фото: Башинформ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас