Куркуманан шифалы эсемлек

 Был эсемлекте даими рәүештә ҡулланыу    онкология сирҙәренән, инфаркттан, инсульттан һаҡлай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Куркуманан шифалы эсемлекКуркуманан шифалы эсемлек
Куркуманан шифалы эсемлек

  Бынан тыш, эсә  башлау менән көсөгөҙ артыуын, хәл инеүен тойорһоғоҙ.   Ул түбәндәгесә әҙерләнә:   бер стакан ҡайнар һыуға ¼ балғалаҡ куркума һалып, бер-ике минут тоторға һәм  бер балғалаҡ лайм (лимон булһа ла ярай) һуты,  бер балғалаҡ шәкәр өҫтәп бутарға.   Файҙалы үҙенсәлеген көсәйтеү өсөн  бер аҙ киптерелгән имбирь тамыры ла өҫтәргә мөмкин.

Һөт ҡушып та әҙерләргә була. Бының өсөн бер стакан йылы һөткә ¼ балғалаҡ куркума һалып, 5 минут тоторға, һуңынан бер балғалаҡ бал өҫтәп, болғарға.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина