Инвестиция йәлеп итеүгә - төп иғтибар

Төбәк сәйәсәтен үҫтереү үҙәге “Рәсәй төбәктәренең инвестиция сәйәсәте: төп тенденциялар һәм фараздар” докладын әҙерләгән. Ул субъекттарҙа идара командаларының былтырғы инвестиция сәйәсәте һөҙөмтәлелегенә арнала.  

Инвестиция йәлеп итеүгә - төп иғтибарИнвестиция йәлеп итеүгә - төп иғтибар
Инвестиция йәлеп итеүгә - төп иғтибар

Түбәндә төп эш-йүнәлештәр тураһында:

  1. Төбәктәргә ҡаты бюджет тәртибендә эшләргә кәрәк. Маневр өсөн мөмкинлектәр кәмей, ә идарасылар хатаһы хаҡы арта. Төбәк етәкселәренә һөҙөмтәлелек һынауын үтергә тура килә: һөҙөмтәһеҙ сығымдары әҙәйгән, федераль программалар менән эше яйланған етәкселәр ота.
  2. Рейтинг лидерҙары: Татарстан, Мәскәү өлкәһе, Краснодар крайы, Башҡортостан һәм Ленинград өлкәһе. Уларҙа инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән һөҙөмтәле социаль-иҡтисади сәйәсәт алып барыла. Ошо маҡсатта инвестиция килешеүе төҙөүгә һәм процесты еңеләйтеүгә булышлыҡ иткән саралар ҡабул ителә.
  3. Төп капиталға дөйөм инвестиция күләмендә дәүләт өлөшө 55 – 60 процентты тәшкил итә, был һан үҫеүен дауам итеүе ихтимал. Әммә төбәк һәм федераль ресурстар дефициты шарттарында бюджетҡа ғына иҫәп тоторға түгел. Ғәмәлдәр күрһәтеүенсә, һөҙөмтәле эшләүсе төбәктәр ҡушма механизмдар ҡуллана: концессиялар, ВЭБ.РФ инфраструктур меню, офсет контракттары.
  4. Әгәр ҙә 2024 йылда инвестициялар үҫеше 65 төбәктә күҙәтелһә, 2025 йылдың ғинуар-сентябрендә күрһәткес 38 генә. Шуның менән бергә етди тармаҡ тигеҙһеҙлеге һаҡлана: эшкәртеү сәнәғәтендә (ОПК драйвер булып ҡала) инвестиция үҫеше +29,4 процент булған, ә төҙөлөштә һәм транспортта 14,2 һәм 25,7 процент түбәнәйеү күҙәтелгән.
  5. Инвесторҙарға яҡшы үҫкән инфраструктура һәм логистик базалы (Мәскәү өлкәһе), нефть һәм газлы төбәктәр (Башҡортостан, Татарстан) ҡыҙыҡ. Һөҙөмтәле лоббист сәйәсәте һәм инвестиция йәлеп итеү буйынса аныҡ стратегия яҡшы төҙөлгән мәғлүмәт кампанияһы менән берлектә был төбәктәргә йылдар дауамында лидер булырға булышлыҡ итә.
  1. Һуңғы бер нисә йылда системалы рәүештә инфраструктура булдырыу (индустриаль парктар, юл селтәре, майҙансыҡтарҙы инженерлыҡ йәһәтенән әҙерләү) менән шөғөлләнгән төбәктәрҙең бөгөн һалынған средстволары аҡлана. Инфраструктура әҙерлеге булмаған яҡтарҙа иһә яҡындағы 2 – 3 йылда инвестицион һикереш мөмкинлеге нулгә тиң.
  2. Ағымдағы йылда, тулайым төбәк продукты (ВВП) үҫеше 0,5 – 1,5 процент булыр, тип фаразланған саҡта, эшҡыуарҙар старт инвестициялары 20 – 30 процентҡа түбәнерәк, урындағы ҡулланыусыларҙың лояллеге юғарыраҡ булған төбәктәргә иғтибарын йүнәлтәсәк. Был иһә инфраструктураһы үҫкән, аңлайышлы шарттары булған төбәктәргә мөмкинлектәр аса. Индустриаль парк селтәрҙәре үҫкән Ленинград өлкәһе, Татарстан, Башҡортостан һәм башҡа субъекттар был трендтың бенефициарҙары була ала.
  3. 2026 йылдың төп хәүефе – иҡтисадты стимуллаштырыуҙың кәрәклеге менән Үҙәк Банк сәйәсәте араһындағы ҡаршылыҡ. Был шарттарҙа инвестиция әүҙемлеге дәүләт ҡатнашлығындағы йәки льготалы финанслау аласаҡ компанияларҙа һаҡланасаҡ. Төбәктәргә инвесторҙарҙы ҡалдырыу өсөн административ оҙатыу, бюрократик кәртәләрҙе кәметеү кеүек ярҙамға баҫым яһарға тура киләсәк. Сөнки аҡсалата дәртләндереүҙең булмауы ла мөмкин.
  4. Интернетты әкренәйтеү һәм трафикты сикләү – инвестиция йәлеп итеүгә йәнә бер ҡаршылыҡ. Һанлы (цифрлы) инфраструктураның сифаты – урында етештереүҙе ойоштороу факторҙарының береһе. Эксперттар мәғлүмәттәренсә, һанлы инфраструктура үҫешендәге тотҡарлыҡтар төбәктәрҙең инвестиция йәлеп итеүсәнлеген 10 – 15 процентҡа кәметеүгә һәләтле.
  5. Ағымдағы йылға инвестициялар буйынса оптимистик фараздар юҡ, әммә аныҡ баһа бар: оҙаҡ йылдар тикшерелгән стратегия булдырыусы төбәктәр (илдең 10 – 15 субъекты) яҡшы күрһәткескә эйә була ала, ә башҡалар федераль үҙәк ярҙамына өмөтләнәсәк.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас